Мәк сәскәле ялан06.10.2015
Мәк сәскәле яланАлсәсәк күптән тоҫмаллаған ина­ныстарының хаҡ булыуына та­мам ышанды. Уҙған төндә күргән ваҡиғалары икеләнеүҙәрен һыпырып ташланы. Ул йоҡоһонан торғас та яҙыу өҫтәле янына барып ултырҙы, иң төпкө тартмала йәшереп тотҡан ҡалын дәфтә­рен һурып алды ла бөгәсә күргәндәрен тасуирлап яҙып ҡуйҙы.
Төн урталары тирәһе ине буғай, уның туғыҙынсы ҡаттағы фатиры тәҙрәһенән бүлмәһенә килеп ингән төрлө төҫтәге нур-һыҙыҡтарҙың формаһын төҫлө ҡәләмдәр менән төшөрҙө. Ундай сағыу төҫтәге ҡә­ләмдәр булмай инде ул, ул күргән төҫ­тәрҙе һөйләп кенә лә аңлатырлыҡ түгел шул. Улар өсәү ине: береһе – күкһел-көрән, икенсеһе – һарғылт-йәшел, алтын­ға ла оҡшабыраҡ тора, өсөнсөһө — ал. Улар тәҙрә быялаһы аша килеп инде лә, бүлмә эсен яҡтыртып, бихисап һындар яһап, уйнаҡларға тотондо. Берсә арҡыс-торҡос үрелеп бер нөктәлә киҫешәләр, берсә өсмөйөш яһайҙар, бер ҡараһаң, бүтән төрлө геометрик фигуралар хасил була. Йәшел төҫтәгеһе, ҡапыл ғына йомолоп китеп түңәрәк яһап ҡуйҙы һәм стенаға ҡунды. Түңәрәктең эсендә тәүҙә ялбыр яллы күкһел-көрән барыҫ балаһы хасил булды. Ул башын тегеләй ҙә, былай ҙа борғолап иркәләнгән, йылы эҙләгән ҡиә­фәткә инде, был һүрәтте алһыу-ҡыҙыл төҫтәге ләлә сәскәһе алмаштырҙы, улар бер ялан булып тора бирҙе лә берәм-берәм һулый башланы, һүрәттәр бер ни­сә тапҡыр ҡабатланды, һәм төҫлө нурҙар нисек килеп инһә, шул рәүешле быяла үтәләй сығып китте.
Йөрәге һыҙылып ҡуйҙы Алсәсәктең. Бәләкәй сағында үҙе бик яратҡан Барыҫ исемле эте иҫенә төштө. Бигерәк тоғро ине ул. Әле генә стенала күренгән юлба­рыҫ балаһына оҡшағайны.
Күргәндәрен берәйһенә һөйләгеһе кил­гәйне лә, тыйылды. Кәрәкмәй. Ул бәлә­кәй­ҙән кешеләргә ышанып бармай. Кү­бе­һе – һатлыҡ йән. Әллә нимәгә һап­ларҙар. Көнләшерҙәр. Берәр мәкерле эт­лек ҡормай ҡалмаҫтар. Айырым һәләтле кешене берәү ҙә яратмай.
Үҙенең йыһан кешеһе булыуына Алсә­сәк хәҙер шикләнмәй. Мәктәптә уҡыған сағынан уҡ белә ул был турала. Берәүгә лә әйтмәй генә. Мәскәүҙә университетта уҡыған сағында ла өндәшмәҫкә тырыш­ты. Әле бына ғилми-тикшеренеү институтының архивтар менән эш итеү бү­ле­гендә хеҙмәткәр ул. Бигерәк күңел­һеҙ һөнәр. Коллегалары ла – күңелһеҙ кешеләр. Бар белгәндәре – ашау-бе­шеренеү, бала-сағаларының мәшәҡәте хаҡындағы һөйләшеүҙәр. Гәзит-фәләнде лә, китап та уҡымайҙар. Алсәсәк халыҡ эзотерикаһы буйынса ғилми хеҙмәт яҙырға ниәтләй, тик күңеленә ятҡан теманы ла, архив материалдары араһынан ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәтте лә осратҡаны юҡ әле. Иң боронғо архив материалдары ҡағыҙҙарҙы һаҡлауға яраҡһыҙ еүеш, подвал кеүек урында һаҡлана. Уларҙың рәт-сиратына сығырлыҡ түгел. Алсәсәк шул арҡала бүлек мөдире менән ыҙғышҡа инеп бөттө. Телевидениены саҡыртып, хәл тураһында халыҡта резонанс тыу­ҙырыуға өлгәште. Бүлек мөдиренә был оҡшаманы. Хәҙер Алсәсәкте ене кеүек күрә. Бүлектәге ҡайһы бер бүтәндәр ҙә ситләшергә генә тора. Йыйын ҡурҡаҡ. Йыш ҡына үҙен яңғыҙ тойоп китә, ләкин бирешмәҫкә тырыша Алсәсәк.
Бәләкәйҙән яңғыҙ ул. Бала сағынан үҙенең хыялында тыуған донъяла йәшәне. Унынсыны бөткәнгә тиклем өләсәһендә үҫте. Әсәһе лә шул уҡ ҡаса­бала булды, әммә Алсәсәктең уның янынан өләсәһенә күсеүенең сәбәбе бар ине.
Райондың милиция начальнигы булып эшләгән атаһының бүтән ҡатын-ҡыҙ ме­нән сыуалыуын ишеткән әсәһе был хәлгә ныҡ ғәрләнде. Фәғилә ҡасабаның иң шәп ҡыҙы ине. Юғары белемле берҙән-бер уҡытыусы. Йәшләй генә мәктәп директоры итеп ҡуйҙылар. Бәләкәйҙән етеш донъяла үҫте, ҡыйынлыҡһыҙ ғына уҡып сыҡты. Йәштәштәре араһында хур булманы, ауыр йылдарҙа ла кейемле ине. Әле лә донъяһын гөл кеүек тота. Шуның өҫтөнә лә әҙәмгә һанамаған була икән дә ире Мөбәрәкша. Үҙе кем генә ине инде. Һалдаттан ҡайтып, Фәғиләне баҫтырып тигәндәй йөрөп ризалатмаһа, ауыл трак­торсыһы булыуҙан ары китә алмаҫ ине. Фәғиләнең ул саҡта МТС директоры булып эшләгән атаһы, курстарҙа уҡытып, кейәүен милицияға урынлаштырҙы. Ҡайныһының абруйы арҡаһында карьера яһаны Мөбәрәкша. Кеше булып киткән берәү! Битенән көлә. Үҙе генәме ни, то­тош ҡасабаға белдереп! Матурлығынан башҡа нимәһе бар инде ул Мөбәрәк­шаның?
Фәғилә иренән ғауға күтәрмәй генә айырылды ла ҡуйҙы. Ярты йылмы тирәһе яңғыҙ йәшәне лә мәктәптең физругын өйөнә килтереп индерҙе. Алсәсәк атаһын һирәк күрә ине. Гел эштә йөрөнө. Әммә ҡыҙына йыш ҡына матур-матур кейем-һалым, уйынсыҡтар алыр ине. Шулар арҡаһында класташтары ла уны бик өнә­мәне. Көнләштеләр. Ә өйөндә иркә бала, үҙһүҙле ҡыҙыҡай булып үҫте Алсәсәк. Атаһы сығып киткәс, ғәрләнде, уның һатлыҡ йән булыуын кисерә алманы. Ә әсә­һенең яңы ирен тәүҙән үк ене кеүек күрҙе. Ниндәй һүҙ ҡушһа ла, ҡаршы яуап­ла­ны. Әҙәмгә һана­маны.
Ул йәйҙең башында күршеләре көсөк бүләк иткәйне. Бушамаған әсәһенә, ярат­маған үгәй ата­һы­на ҡарата булған асы­уын ул ошо йәнлек менән баҫты. Барыҫ исемле көсөк ма­лай­ға оҡша­бы­раҡ торған ҡыҫҡа сәсле, джинсы салбарлы ҡыҙ артынан тотам да ҡалмай йүгереп йөрөгән ысын дуҫҡа әйләнде. Һыу инергә баралар, йылға аръяғындағы болонлоҡта сәскә йыялар, еләк ашайҙар, ағас башы­на үрмәләп рәхәтләнәләр. Ҡыҙыҡай, Ба­рыҫты һөсләтеп, асыуын килтергән ма­лай­ҙарҙан үс алырға ла әүәҫләнде. Уҫал булһын, ҡушҡанын үтәһен өсөн Алсә­сәк эте менән төрлө күнегеүҙәр үткәрә. Һәммәһе лә яҡшы булыр ине лә, анау физрук теңкәһенә тейә. Йә бер йомош ҡу­ша, йә икенсеһен. Тора ла, һин бит ҡыҙ кеше, йөрөмә һуйҙаңлап, бу­лыш әсәйеңә, бушамай бит, тип бәй­ләнә. Телләшеп тә ҡарай Ал­сә­сәк, өйҙән ҡасып сығып китеп, көнө буйы өләсәләрендә йөрөй. Ҡайтһа, әлеге лә бая­ғы: өй йы­йыш­тырылмаған, баҡсаға һыу һибелмә­гән, себештәргә ем бирел­мә­гән... “Ҡайҙа йөрөнөң?” – тиҙәр, етмәһә.
Тешләп өҙөрҙәй була Алсәсәк физрук­ты. Әсәһе лә шуның яҡлы бит әле. Бар таянысы Барыҫ ҡына. Ул ғына Алсәсәкте яҡ­лай аласаҡ. Теләһә-теләмәһә лә, бы­лар­ҙың талаптарын үтәй, ҡушҡандарын ере­нә еткереп эшләп ҡуя башланы. Ҡай­тыр ваҡыттары еткәс, улар Барыҫ менән икәүләшеп өй аръяғындағы акация ҡы­уа­ғы араһына инеп ултыра. Физрук ҡапҡаға яҡынлашҡас та, Алсәсәк этенә команда бирә: “Һөс!” Ошондай бойороҡто үтәгәне өсөн шаҡмаҡлы шәкәр алып өйрәнгән эт абалап физрукка ташлана. Теге эй сә­бә­ләнә, эй асыулана. Алсәсәктең үсе ҡана.
– Аҫрайһың бит юҡ нәмәне, – тип һуҡрана әсәһе, — нишләп ҡаныға ул Ғайса ағайыңа?
– Мин ҡайҙан беләйем? – тип ҡаршы екерә Алсәсәк. – Насар кешене эт тә яратмай ул!
– Нимәһе насар һуң? Атайың кеүек темеҫкенеп йөрөмәгәне, донъя көтәм тип тырышып ятҡаны насармы? Утынды һин бысып яраһыңмы, икәүләп эшләйбеҙме бесәнде? – тип ҡыҙып китә Фәғилә. – Былай ҙа атас бала булыр икән. Һауалы һайыҫҡан!
Әсәһенең сығырынан-сығыуы ныҡ кү­ңе­лен күтәрә Алсәсәктең. “Үсем! Шул кәрәк һеҙгә! Директор берәү! Миңә директор була алмаҫһың!” – тип кинәнә эсенән.
Йәй буйы ыҙалатты Барыҫ менән Алсәсәк физрукты. Уныһы орошоп та, ир­кәләп тә ҡарай, әммә эт эт инде, хужа­һы­на нығыраҡ буйһона, шәкәргә өмөт­ләнеп, көн һайын абалап ирҙең өҫтөнә ырғый ҙа тора. Бер көндө физрук Алсәсәкте ныҡлап киҫәтеп ҡуйҙы:
– Этеңдән ҡолаҡ ҡаҡҡың килмәһә, бауға ултырт! Ҡара уны! Өндәшмәгән һайын аҙҙығыҙ икегеҙ ҙә!
“Эйе шул, – тип үсекләй уны Алсәсәк эсенән генә, – һин ҡушты тип нисек тә бәйләп ҡуймағандар!”
Көндәрҙең береһендә, ғәҙәтенсә, әсәләре эшкә киткәс, йоҡонан тороп сәй эсеп алғас, этен эйәртеп һыу буйына һыпыртырға тышҡа атлығып сыҡ­ҡан ҡыҙыҡайҙы дуҫы тупһала ҡаршы­ла­маны. “Барыҫ! Барыҫ!” – тип саҡырыуына ла йүгереп килмәне. Тирә-яҡты бер итеп йүгереп йөрөп эҙләп сығыуы ла һөҙөм­тәһеҙ булды. Йылға буйына төшөп әйләнде. Барыҫ бер ерҙә лә юҡ! Тамам алйығас, ул мәктәпкә йүгерҙе. Спорт майҙанындағы ҡорамалдарҙы рәтләп йөрөгән физрук янына етер-етмәҫ ҡысҡырып ебәрҙе:
– Барыҫты ҡайҙа иттең, ишәк?
Тегенең төҫө боҙолоп китте. Ҡашын йыйырып, Алсәсәккә текләп торҙо ла көрәгенә кире тотондо.

(Дауамы бар).


Вернуться назад