Ильяс ағайҙың тормош мәктәбе06.10.2015
Ильяс ағайҙың тормош мәктәбе Был юлы ла йәштәрсә ныҡлы баҫып, һаман да олпатлығын юғалтмаған кәүҙәһен тура тотоп, ғәҙәттәгесә алсаҡ йылмайып, ҡапҡа тышынан уҡ көр тауышы менән сәләм биреп килеп инде Ильяс ағай. Хәл-әхүәл белешеп, йорт-ҡаралты тирәләрен байҡағас, үҙ хәбәрен теҙҙе:
— Зилә еңгәгеҙгә һыйыр алып бирҙем әле. Ғүмер буйы мал-тыуар ҡарап өйрәнгәс, кәртә-ҡураның бушлығына һис тә күнегеп булмай. Йәм юҡ ихатала. Әле көс-ҡеүәт барҙа, ҡулдан эш килгәндә, ниңә аҫрамаҫҡа? Бесәнлекте лә ташларға йәл.


Әңгәмәсемде тыңлайым, үҙем шулай уйлайым. Халҡыбыҙҙың кемдең дә булһа уңғанлығын, тилберлеген, эшһөйәрлеген билдәләгән “Ер емертеп йөрөй” йәки “Ер емертеп эшләй” тигән әйтемдәре хас та Ильяс Яҡуп улын күҙ уңында тотҡандай. “Гөрләтеп донъя көтә” тигәне лә нәҡ уға ҡағыла төҫлө. Ысынлап та, әле 30-40 йәштәрҙә бабайға әйләнгән меҫкендәр менән сағыштырғанда, Ильяс ағай һикһәнендә лә типһә тимер өҙөрлөк, һуҡһа айыу йығырлыҡ, кисһә диңгеҙ иңләрлек, зиһененә иҫ-аҡылың китерлек.
Уйҙарымды һиҙгәндәй, дауам итә ағайым:
— Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигәндәре дөрөҫ ул. Тик ултырып сыҙамайым, йөрөйөм. Әле тегеһе, әле быныһы менән булышам. Уныһы ялҡытып китһә, туған-тыумаса, таныш-белештең хәл-әхүәлен бе­ле­шеп киләм. Бына әле лә шул ниәттә сығып китеүем. Юл ыңғайы һеҙҙең хәлегеҙҙе лә белешәйем әле, тинем.
Ғүмер буйы ихлас, кешегә хәстәрлекле, ярҙам­сыл булды Ильяс ағай. Кемгәлер яҡшылыҡ эшләү­ҙән, изгелек ҡылыуҙан кинәнес кисерҙе. Ана шул сифаттары бөгөн дә ташламай уны. Донъя ауыр­лыҡтарына зарланмайынса, тормош мә­шә­ҡәт­тәренә бирешмәйенсә, төрлө ығы-зығы эсендә ба­ҙа­майынса, башын ғорур тотоп, булғанына ҡәнәғәтлек кисереп, донъя көтә ул. Ғүмер буйы шулай күнеккән, тормош үҙе шулай өйрәткән уны. Ильястар быуынына төшкән ауыр һынауҙар йә­шәргә, юғалып ҡалмаҫҡа, һынып-һығылып төш­мәҫкә мәжбүр итә һәр кемде. Шулай сыныға бала һәм үҫмер саҡтары һуғыш һәм унан һуңғы осорға тура килгән ауыл балалары.
Ильяс ағайҙың ата-әсәһе Яҡуп Исламморат улы менән Ғәйшә Хәйҙәр ҡыҙы ла – ауыр һуғыш йылдарын башынан аҙағынаса үҙ иңендә үткәргән кешеләр. Колхоз эшен дә үҙ елкәһендә тартып, дәүләт йөкләмәләрен дә теүәл үтәп, алты балаһы хаҡында ла ҡулдан килгәнсә хәстәрләп, татыу ғүмер кисерә улар. Ана шул тырыш, йүнсел ата-әсәһе өлгөһөндә тәрбиәләнә Ильяс ағай. Мәрйәм апаһы ла, Ғәли ағаһы ла (икеһе лә хәҙер инде мәрхүмдәр), Әнүәр ҡустыһы ла, Вәкилә менән Тәнзилә һеңлеләре лә, кеше араһында кәм-хур булмайынса, һәр береһе үҙ юлын табып, матур донъя көтә. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән бит ул.
— Атайым, Бөйөк Ватан һуғышынан өсөнсө төркөм инвалиды булып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, колхоздың балыҡсылар бригадаһы ағзаһы булып, йыл әйләнәһенә балыҡ тотоу менән шөғөлләнде, — тип хәтерләй Ильяс Яҡуп улы.
Эйе, Ильяс Садиҡов һәм уның кеүек бихисап малай-ҡыҙҙар иңенә тормош ауырлыҡтары мул төшә. Өлкәндәр менән бер рәттән улар һабанын да һөрә, урманын да йыға, урағын да ура, бесәнен дә әҙерләй, аслыҡ-яланғаслыҡ ғазаптарын да кисерә. “Һуғыш ҡына бөтһөн, икмәгенә лә туйы­нырһығыҙ, өҫтөгөҙ ҙә бөтәйер”, — тип аҙым һайын ҡабатлай өлкәндәр. Ышана, өмөтләнә үҫмерҙәр, шуға ла бар көсөн һала берҙәм хеҙмәткә. Әммә һуғыш тамамланғас та әле хужалыҡты ипкә килтергәнсе әллә ни саҡлы нужа ҡаласы татырға тура килә. Ана шуға күрә тормоштоң, йәшәүҙең ҡәҙерен белә һуғыш осоро балалары.
Еңеүҙән һуңғы көнитмеш Ильяс ағайҙың күңе­лендә ныҡлы уйылып ҡалған. 1950 йылда Мәрйәм апаһы менән тәүге тапҡыр поезға ултырып Өфөгә барыуҙары бөгөнгөләй күҙ алдында. Ул саҡта апаһы уны ҡала урамдары менән таныш­тырғайны, баҙарға алып барғайны, үҙе сама­лағанса һатыу итеү серҙәренә лә төшөндөргәйне… Үҫмер малай шуларҙы зиһененә һеңдереп ҡуя ла, артабан үҙаллы йөрөп, атаһы тотҡан балыҡтарҙы баҙарға алып барып һата. Шулай итеп, ғаилә ҡаҙнаһын ту­лыландырыуға үҙ өлөшөн индерә ул. Үҙең ҡы­быр­ламаһаң, һинең хаҡта бер кем дә уйламаҫ, тигән хәҡиҡәтте ун биш йәшлек үҫмер хәтер һандығына һалып ҡуя ла ғүмере буйы иҫенән сығармай.
Кемдәрҙер һуғыш ауырлығына һылтанып, уҡыуын ташлап ҡуя. Ә бына Ильяс, һис нигә ҡарамайынса, белем алыуын дауам итә. Бөгөн ана шул саҡтарҙы һағынып та, ғорурланып та иҫкә ала уҙаман:
— Һуғыш бөткәндән һуң, 1955 йылда, Бишауыл-Уңғар урта мәктәбен 32 кеше тамамланыҡ. Төрлө ауылдарҙан йыйылған малайҙар, ҡыҙҙар бик та­тыу инек. Класс бүлмәләре ҡыҫыҡ булып, бер партала дүртәр кеше ултырһаҡ та, беребеҙ ҙә зарланманы. Иң мөһиме — уҡыуҙа һынатмаҫҡа тырыша инек. Артабан һабаҡташтарым төрлө һөнәр алып, ил хужалығына үҙҙәренең лайыҡлы хеҙмәт өлөшөн индерҙе. Араларында юғары белемле табиптар ҙа, инженерҙар ҙа, зоотехниктар ҙа, агрономдар ҙа бар. Ғөмүмән, барыбыҙ ҙа кеше булдыҡ, юғалып ҡалманыҡ. Донъя йөгө, тормош һынауҙары үҙе беҙҙе кеше итте.
Тормош әҙәм балаһын балда-майҙа ғына йөҙ­ҙөрмәй, мә һиңә, тип ҡулыңа тоттормай, алдыңа сығарып һалмай. Үҙең тырышмаһаң, ҡара тиреңде түкмәһәң, байғош хәленә төшөү ҙә бер ни түгел. Була бит ундайҙар ҙа. Элек тә, бөгөн дә барҙар. Әммә яҙмыштары һуғыш осорона тура килгән Ильястар быуынының күбеһе иртә ир ҡорона инде. Илгә төшкән ауырлыҡ уларҙы ололарса фекер­ләргә өйрәтте. Аслыҡ-яланғаслыҡ, ыҙа-михнәт егет һәм ҡыҙҙарҙы ҡоростай сыныҡтырҙы. Мыжыманы улар, икмәк таптырманы, алабута, кесерткән йә иһә серек бәрәңге менән хушһынды. Кейем өсөн дә киндер ҡапсыҡ яраны, сабата ла аяҡтарҙы ҡарҙан, боҙҙан, ел-ямғырҙан бер аҙ һаҡланы. Шуға күрә лә ул заман үҫмерҙәре үҙ алдына төшкән һынауҙарҙы ла­йыҡ­лы йырып сыҡты, ҡатмарлы хәл-ваҡи­ғаларҙың уртаһын­да ҡай­наны.
Ильяс Яҡуп улын да тағы бер яуаплы һынау көтә: 1955 йылда уны хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Өфө­ләге саҡы­рыу пунктында хеҙмәткә алы­ныусы егеттәр Ҡыр­мыҫҡалы районынан байтаҡ ҡына булып китә. Ибраһим ауылы егете йөк вагондарына урынлашҡан тиҫтер­ҙәре — Үтәгән ауы­лы егете Йәүит Нафиҡов, Үрге Тө­көндән Гәрәй Бай­ғусҡаров, Күлләрҙән Ривал Мозафаров, Һәүәләйҙән Йәү­ҙәт Ғәләүетдинов, Улья­новканан Николай Костин, Биштәкәнән Мансаф Ғәни­ев, Ҡолоштан Зәкәриә Ғәй­нетдинов, Би­ша­уыл-Уң­ғар­ҙан Камил Низамов, Мөҡсин ауылынан Зәки Шәрәфетдинов – менән бер­гә Алыҫ Көнсығышҡа юллана. Егерме тәүлек буйына тимер тәгәрмәстәрҙең рельстар өҫтөндә бер тигеҙ тыҡылдауы аҫтында арып-талып барғандан һуң, Совет Гаване ҡалаһындағы хәрби-диңгеҙ базаһына урынлашалар. Бер нисә ай дауамында йәш флотсылар мәктәбендә әҙерлек үткән­дән һуң уларҙы төрлө караптарға тәғә­йенләйҙәр. Ильяс Садиҡов “Михаил Калинин” исемле крейсерҙа дүрт йыл буйы хәрби бурысын атҡара. Һынатмай ул, өлгөлө хеҙ­мәт итә. Сыныҡҡан, көс-дарманы ташып торған егет матрос хеҙмәтенең ауырлыҡтарынан һис кенә лә баҙап ҡалмай. Диңгеҙ ҙә быуындары шыйыҡ­тарҙы түгел, ә ысын ир-егеттәрҙе үҙ итә шул. Үҙенең тапҡырлығы, сослоғо арҡаһында ҡыҙыҡ ҡына хәлдәргә лә юлыға Ильяс Яҡуп улы. Шундай бер ваҡиғаны мәҙәк итеп һөйләй ул:
— Ул саҡтарҙа матростар араһында бер караптан икенсеһенә ҡунаҡҡа йөрөшөү ғәҙәте бар ине. Шулай мин хеҙмәт иткән карапҡа Ривал Мозафаров килде бер көн. Һыу аҫтында тын алмайынса утыҙ метр араны йөҙөп үтергә һәләтле матрос. Шул миңә караптың аҫтынан йөҙөп сығырға тәҡдим яһаны. Карап төбө 2,5-3 метр тәрәнлектә. Беҙҙең ниәт, берҙән, хәүефле, икенсенән, баш-баш­таҡлыҡ. Әммә беҙ уйлағандан кире ҡайта торғандарҙан түгел. Тәүәккәлләнек. 1,5-2 минут эсендә һыу аҫтына сумып, караптың икенсе бортына барып сыға алдыҡ. Үрҙә сирена тауышы. Баҡһаң, беҙҙе батҡандар тип уйлап, тревога иғлан ителгән икән. Беҙ палубаға күтәрелгәс, командир үҙенә саҡыртып алды. Йөҙө борсоулы. Әммә шикләнеүҙәрем юҡҡа сыҡты. Ул: “Молодец, матрос!” — тип ҡулымды ҡыҫты, ә киске тикшереүҙә барлыҡ матростар алдында ҡырҡ көнлөк ял иғлан итте. Тыуған яҡтарыма ҡайтып әйләндем. Ана шулай тәүәккәллек һәм тапҡырлыҡ күп ваҡыт файҙаға була ул.
Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткәндә Ильяс Са­диҡов үҙе теләп коммунистар партияһы сафына инә. Партия ағзаһы булыуҙы иң ҙур вазифа, маҡ­таулы ла, яуаплы ла эш итеп һанай ул. 90-сы йылдарҙағы буталыштар осоро кемдең кем икән­леген яҡшы күрһәтте. “Мин коммунист” тип күкрәк һуҡҡан ҡайһы берәүҙәр ел ыңғайына борғоланған флюгер ише ҡиблаларын үҙгәртеп, демократҡа әйләнде лә үҙҙәрен үрләткән партияны төрлөсә яманлай, ғәйепләй башланы. Хатта бығаса Алла юҡ тип тылҡығандары муллаларға әйләнде.
Ике йөҙлөләнмәне Ильяс Яҡуп улы, ниндәй генә шарттарҙа ла бары тик үҙе булып ҡалды. Һайлаған юлын да, һөйләгән һүҙен дә, күңеленә һеңгән иманын да үҙгәртмәне – бары тик коммунист булып ҡалды. Бының менән бөгөн дә сикһеҙ ғорурлана ул.
Хәрби хеҙмәттән һуң Ильяс Яҡуп улы ҡа­нат­ланып, алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, яҡты хыял­дар менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Нимә эшләргә тип аптырап ҡалмай. Механизатор һөнә­ренә уҡып сығып, Фрунзе исемендәге колхозда тракторсы ла, комбайнсы ла булып, ең һыҙғанып тир түгә. Бер үк ваҡытта ситтән тороп Башҡортос­тандың ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Тырыш егет район етәкселеге күҙенән ситтә ҡал­май: уға колхоздың парторгы вазифаһын йөкмә­тәләр. Ошо осорҙа өйләнергә лә өлгөрә. Зилә исемле һылыу менән ғаилә ҡороп, ҙур йорт һалып ебәрә. Ҡыуаныс артынан ҡыуаныс. Ильяс Яҡуп улы агроном дипломы ала. Бер-бер артлы балалары тыуып, өй эсенә йәм артынан йәм өҫтәй. Илдар һәм Илдус исемле улдары, Клара һәм Әлмира исемле ҡыҙҙары ата-әсәһенә оҡшап, эшһөйәр, тәрбиәле, кешелекле булып үҫә. Бөгөнгө көндә һәр береһенең – үҙ ғаиләһе, үҙ шөғөлө. Ә инде Ильяс Яҡуп улы менән Зилә Ғизетдин ҡыҙы ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләп, олатай, өләсәй булыу шатлығы кисерә. Был үҙе оло бәхет бит ул.
Ильяс Садиҡов, ҡайҙа ғына булмаһын, ил, партия ниндәй генә вазифаға ҡушмаһын, һәр саҡ эшен намыҫ менән башҡарҙы. Бер заман Иглин райо­нында ла йәшәп алырға тура килде. “Алаторка” совхозында ете йыл баш агроном, ун ике йыл партия ойошмаһы секретары бурыстарын ул күңелен биреп, еренә еткереп атҡарып сыҡты. Иң мөһиме – ҡайҙа ғына, ниндәй генә вазифала булмаһын, ул ябайлығын, кешелеклелеген юғалтманы, әммә тура һүҙлелек, принципиаллектән дә ситкә тайпылманы. Шул арҡала халыҡ араһында хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанды.
Бала сағы һәм үҫмерлек йылдары ауыр заманға тура килһә лә, бәхетле ҡартлыҡ кисерә Ильяс Яҡуп улы Садиҡов. Хәйер, ҡартлыҡ тиеүем дөрөҫ тә булмаҫтыр һымаҡ. Кем уны ҡарт тиергә баҙнат итһен. Имәндәй ныҡлы ир-уҙаман әле ул. Хужа­лығында мал-тыуар тотоп, баҡсаһында йәшелсә, емеш-еләк үҫтергәндәргә ҡарт тип әйтергә нисек телең әйләнһен? Хеҙмәттә сынығып үҫкәнгә лә ныҡлы бит ул. Бала саҡтарҙа ашалған үләндәрҙең дә шифаһылыр әле был. Ильяс Яҡуп улының: “Тәбиғәт һәм ата-әсәм миңә һоҡланырлыҡ сәлә­мәтлек биргән. Шуға ҡыуанып йәшәйем. Үҙ ғүме­ремдә ауырыуҙың нимә икәнен дә белмәнем”, – тип ғорурланыуы ла тикмәгә генә түгел. Был – ысынбарлыҡ. Артабан да шулай ҡыуанып йәшәргә яҙһын, тип теләргә генә ҡала заманыбыҙҙың өлгө алырлыҡ кешеһенә – ысын ир-уҙаманға.




Вернуться назад