Матбуғатһыҙ йәшәгән юҡ06.10.2015
Мәктәпкә барғансы барлыҡ хәрефтәрҙе белә инем. Урман ҡырҡыусы булып эшләгән атайым “Совет Башҡортостаны” һәм “Урман сәнәғәте” гәзиттәрен алдыра торғайны, ә апайымдар “Башҡортостан пионеры”на яҙыла ине.

Хәтеремдә, мин шул баҫмаларҙың исемдәрен тырыша-тырмаша ижекләп уҡыйым. Мәктәпкә төшкәс инде, гәзит-журналдар минең көтөп алынған ҡунаҡ булды. Башланғыс кластарҙа уҡ күләмле романдар менән таныш инем. Шул саҡтан алып матбуғаттан айырылған юҡ. Уҡытҡан йылдарымда гәзит минең өсөн мәғлүмәт сыға­на­ғы, ярҙамсы, кәңәшсе булды. Хаҡлы ялға сыҡҡас та дуҫлыҡты өҙмәнем. Әле һаман һәр һанын көтөп алам. “Башҡортостан” йылдан-йыл уҡым­лыраҡ, матурыраҡ сыға. Һәр рубрика үҙенсә ҡы­ҙыҡ­лы, фәһемле. Гәзит аша республика яңы­лыҡтары, райондарҙағы күркәм ғаиләләр, эшҡы­уар­ҙар, ветерандар менән танышабыҙ. Сәлә­мәтлек, баҡсасылыҡ, йорт-ҡура эштәре буйынса бик күп кәңәш алабыҙ. Халҡыбыҙҙың яҡшы эштәрен күреп шатланабыҙ, ә ямандарына ҡарата нәфрәт уяна.
Гәзиттә бигерәк тә журналист, публицист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың мәҡәләләре, Венер Исхаҡовтың, Айгиз Баймөхәмәтовтың проза әҫәрҙәре оҡшай. Йәш журналистың Ш. Бабич исемендәге премияға лайыҡ булыуын ишетеп, ихлас ҡыуандым. Афарин, Айгиз!
Мин гәзитте уҡып ҡына ҡалмайым, төрлө бәйге-акцияларҙа ҡатнашам. Уңыш йылмайып та ҡуя ҡайһы саҡта. Һәммәгеҙгә лә күңел тыныслығы, ғаилә именлеге теләйем.





Вернуться назад