Китаптарға саң ҡунмаҫ25.02.2012
Китаптарға саң ҡунмаҫҠасандыр Рәсәй донъяла китапты иң күп уҡыусы ил булып иҫәпләнә ине. Үкенескә ҡаршы, хәҙер улай түгел. Әммә Башҡортостан Рәсәй буйынса алдынғылыҡты бирмәгән әле. Райондарҙа был йәһәттән хәлдәр нисек? Ошоно асыҡлау маҡсатында Дыуан-Мәсетле ауылының китапханаһына инеп сыҡтыҡ.
Беҙҙе китапханасы Зарифа Солтанова асыҡ йөҙ менән ҡаршыланы. Ул бында 2000 йылдан алып эшләй.
Клубтың бер өлөшөн алып торған ауыл китапханаһында бөгөн 16 мең самаһы китап һаҡлана. Гәзит-журналдарға яҙылыуға ла ете меңдән ашыу аҡса бүленә, шуға республика баҫмаларынан өҙөлмәйҙәр. “Башҡортостан” гәзите лә ваҡытында килеп тора. Яңы сыҡҡан китаптар менән ваҡытында танышалар.
“Китапханаға йөрөмәйҙәр тип әйтә алмайым. Ололар ҙа, урта быуын да, йәштәр ҙә килә. Мәктәп уҡыусылары юлды һыуытмай. Китаптарҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар, гәзит-журналдарға ла саң йыйып ятырға бирмәйҙәр”, – тине беҙгә Зарифа Солтанова. Әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн кисәләр, әңгәмәләр, күргәҙмәләр ойошторола. Халыҡ бигерәк тә кис ултырыуҙарҙы үҙ итә. Мәктәптә ауылға килгән яҙыусылар менән осрашыуҙар үтә. Китапханасы клуб һәм ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы менән был сараларҙы бергәләп үткәрә.
Ҡыш миҙгелендә китапханала һыуыҡ булыуы ғына бер аҙ ҡамасаулай. Килгәндәр бында күңеле булғансы оҙаҡлап ултыра алмай. Шуға ла китапханасы уларҙы ҡыҙыҡһындырған баҫмаларҙы өйҙәренә биреп ҡайтарырға тырыша. “Сатлама һыуыҡтарҙы ғына үткәреп ебәреү шарт”, – ти ул. Бинаға газ да үткән. Әммә иҫке иҫке инде, үткән быуаттың 40-сы йылдарында төҙөлгән бинанан әллә ни фәтүә юҡ. Әммә тиҙҙән китапхана ла, клуб та бөтә уңайлыҡтары булған яңы бинаға күсәсәк — шуныһы күңелде йылыта.
“Халыҡ милли баҫмаларыбыҙҙан айырылмаған әле. Ни тиһәң дә, Интернет та, телевидение ла китап менән тере аралашыуҙы алмаштыра алмай”, – тип оҙатып ҡалды Зарифа Солтанова. Бының тап шулай икәнлегенә әлеге осрашыу ҙа инандырҙы.
Рәшит Зәйнуллин


Вернуться назад