Халыҡты социаль яҡлау бүлегендә кеше һәр ваҡыт күп. Ауыл ерҙәренән килгәндәргә тиҙ арала йомошон барлап, ҡайтыр юлға сығырға кәрәк. Ауыр тормош шарттарында ҡалғандар, ғөмүмән, төрлө сәбәптәр арҡаһында мохтажлыҡ кисергәндәр менән эшләүсе белгестәрҙә түҙемлек тә, сабырлыҡ та етерлек.Зилиә Фәйзрахманова 16 йыл ошо хеҙмәтте үтәй. Әле ул – Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Бөрө районы һәм ҡалаһы буйынса идаралығы Балтас районы бүлегендә баш эксперт. Һуңғы йылдарҙа ойошманың исеме күп тапҡыр үҙгәртелһә лә, есеме шул килеш ҡала.
Медицина һәм юриспруденция буйынса белемгә эйә ханым тәүге йылдарҙа мөмкинлектәре сикләнгән ауырыуҙар менән эшләй. Реабилитологтың эше техник саралар бүлеү, шифаханаға, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарҙы иҫәпкә алыу, хәҙер инде торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн субсидиялар бүлеү һәм башҡа бихисап йөкләмәләрҙе намыҫлы башҡара.
Зилиә Ниғмәт ҡыҙы эштең күплегенә зарлана торғандарҙан түгел. Тәбиғәте менән тыныс, сабыр белгес яңылыҡты шунда уҡ үҙләштерә, ғилемен башҡалар менән ихлас уртаҡлаша. Оҙаҡ йылдар дауамында башҡарған фиҙакәр хеҙмәте өсөн Зилиә Фәйзрахманова Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
– Зилиә Ниғмәт ҡыҙы үҙенә йөкмәтелгәнде тырышып, еренә еткереп үтәй. Бүлектең ғорурлығы, таянысы ул, – ти уның хаҡында хеҙмәттәштәре.