Элегерәк ҡайһы бер төбәктәрҙәге халыҡтың аһ-зарына аптыраңҡырап ҡарай инек, хәҙер ул хәл килеп үҙебеҙҙең ишекте шаҡыны. Гәзит-журналдарҙы аҙнаһына ике тапҡыр алыуға күнеккәйнек тә, тик бына йылдың икенсе яртыһында уларҙы дүрт һан урынына икәү итеп тарата башланылар, берләштерелгән йома һаны килеп етмәй. Тейешле ведомстволарға мөрәжәғәт итеп ҡарағайныҡ та, һөҙөмтәһе булманы.
Беҙҙе борсоған йәнә бер мәсьәлә – ул йәш малды һатып, унан нисек килем сығарыу. Хәҙер быҙау-үгеҙҙәрҙе Татарстан, Сыуашстан республикаларынан, Ырымбур, Һамар өлкәләренән килеп ярты хаҡҡа ғына алып китәләр. Халыҡ сараһыҙлыҡтан ошо тәҡдимгә ризалаша. Ауыл кешеһе етештергән сеймал һатыу юлдары тураһында тәжрибә уртаҡлашҡан мәҡәләләр баҫтырһағыҙ ине.
Әмирхан САЛАУАТОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған
ауыл хужалығы хеҙмәткәре.