“Башҡортостан” – тоғро дуҫыбыҙ06.10.2015
“Башҡортостан” гәзите менән дуҫлығыбыҙ байтаҡ йылдар дауам итә. Ундағы фәһемле мәҡәләләрҙе уҡып, күп мәғлүмәткә эйә булабыҙ, кешеләр, ил яҙмышы менән танышабыҙ.

Бигерәк тә Кәримә Усманованың яҙмалары күңелгә ятышлы. Тура, ябай әйтелгән һүҙ менән автор көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында бәйән итә, ауыр хәлдәрҙән сығыу юлдарын эҙләй. Мал һуйыуға арналғаны ла халыҡты борсоған проблеманы күтәрә.
Редакция хеҙмәткәрҙәренә ижади уңыштар, сәләмәтлек теләп ҡалабыҙ.




Вернуться назад