Һуғыш. Бер ниндәй ҡанундарға һыймаған ғәрәсәт, ҡыйралыш, ҡан ҡойоу, яҙмыштар емерелеү. Мөхәббәт кенә ошондай барлыҡ ҡурҡыныстарҙы еңеп сығырға көс, дәрт өләшә, һүндем тигәндә лә дөрләтер осҡон бүләк итә. Миңкамал Мөхәмәтова менән Абдрахман Сөнәғәтуллин ҡорған ғаилә, ҡулға-ҡул тотоношоп үткән һынауҙар яратыу хисенең көсөн, мөғжизәһен тасуирлай.Һуғыш башланғансы уларҙың береһенән-береһе бәләкәй өс балаһы була. Иң кесеһе Риммаға – ике йәш. Ғаилә башлығын, Өфөләге араҡы-ликер заводында директор урынбаҫары вазифаһында эшләгәнлектән, бронь менән ҡалдыралар. Коммунист булараҡ, фашист илбаҫарҙарының бысраҡ итектәре Тыуған иленең тупрағын тапағанға йөрәге әрней уның. Төплө фекерле коммунист олатай аттар ярата. Шуға ла Шайморатов генералдың кавалерия дивизияһын туплауын ишетеү менән, алғы һыҙыҡҡа сығырға теләген белдереп ғариза яҙа. Шулай ул, брондән баш тартып, үҙ теләге менән фронтҡа китә.
Миңкамал Мөхәмәтова өс бала менән яңғыҙ тороп ҡала. Изге күңелле, алсаҡ йөҙлө өләсәй һуғыш осоронда бер нисә гәзит редакцияһында эшләй. Ул ваҡытта матбуғат хеҙмәткәрҙәре баш ҡаланың К. Маркс урамында урынлашҡан була. Әсәләрен көтөп-көтөп тә түҙә алмаған саҡтарында Римма, Әнүәр, Клара Зенцов урамындағы өйҙәренән редакцияға йүгерер булған.
Тәүҙә Миңкамалға хаттар килеп тора. Заводта яҡшы етәксе, коммунист булғанға күрә Абдрахманды пехота дивизияһына комиссар итеп тәғәйенләйҙәр. Дошманға ҡаршы иң алғы һыҙыҡта алыша ул, стратегик пландар төҙөй. Сталинград өсөн барған яуҙа ҡаты яралана – мина ярсығы башының дүрттән бер өлөшөн тигәндәй өҙә, ул иҫен юғалта, ҡурҡыныс контузия ала. Уны үлгәнгә һанап, моргка алып барып һалалар. Ята торғас, аңына килеп, бер нисә көн ярҙамға саҡыра. Санитар ҡыҙҙар ишетеп ҡала, янына килеп, ярты башы булмаған һалдаттың тере булыуына иҫтәре китеп ҡолай.
Ҡаһарман яугирҙең башына операциялар яһап, ҡотҡарып алып ҡалалар, әммә ул хәтерен юғалта, атламай ҙа, һөйләшмәй ҙә. Госпиталдә оҙаҡ ятҡандан һуң телгә килә – ҡатынының исемен, ҡайҙан булыуы хаҡында әйтә. Был ваҡытҡа өйҙәгеләр ҡара өсмөйөш хат алып өлгөрә. Тик ҡатыны ышанмай, балаларының атаһы иҫән ҡайтыр тип көтә. Һуғыш бөткәс кенә Абдрахмандың яҙмышы тураһында госпиталдән хәбәр килә: ире иҫән, әммә инвалид. Миңкамал күп уйлап тормай, хәләл ефете артынан юллана. Үлеп терелгән ҡаһарманды дүрт һалдат носилкала килтерергә ярҙамлаша. Ул атламай ҙа, һөйләшмәй ҙә, үҙ ҡулы менән ашай ҙа алмай. Хәле ауыр булғанлыҡтан, поездан төшкәс, тура Өфөләге Владивосток урамындағы госпиталгә юлланалар.
– Әсәйем менән бергә атайым эргәһенә ике йыл буйы көн һайын ашатырға, эсерергә, кейендерергә йөрөнөк. Табиптар ҙа ныҡ ярҙам итте, – тип хәтерләй Римма Абдрахман ҡыҙы.
Һуғыштан һуңғы ауыр аслыҡ осоронда Миңкамал ғаиләһенең һаулығын һаҡлау, ирен аяҡҡа баҫтырыу теләге менән Үрге Ҡыйғыға күсенә. Балаларҙы үләндән, серек картуфтан бешерелгән көлсәләр, ҡатыҡ үлемдән һаҡлап алып ҡала. Йәй емеш-еләк йыялар.
Ҡатын яңы урында ла юғалып ҡалмай, судта эшләй. Шулай итеп, ғаилә Үрге Ҡыйғыла 1959 йылға хәтлем йәшәй. Миңкамал ирен яңынан атларға, һөйләшергә, хәреф танырға, яҙырға өйрәтә. Балаларын иһә атай рухына тоғро итеп тәрбиәләй. Бының һөҙөмтәһе лә күркәм: өсөһө лә ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, мәктәпте миҙалға тамамлай. Әнүәр менән Клара – Мәскәүҙә, Римма Өфөлә юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итә. 75 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Римма ханым һаман сафта, 52 йыл рәттән табип-психиатр вазифаһында.
– Үлемдән ҡалған олатайымдың һуғышта күрһәткән батырлыҡтары тураһында бер документ, орден-миҙал да юҡ. Тергеҙеп тә торманыҡ, яраланыу тураһында госпиталдә бирелгән яҙма менән инвалидлыҡ юлланыҡ. Олатайым иҫән ҡалғаны өсөн бик ҡәнәғәт ине, һуғыш тураһында һөйләргә лә яратманы. Иҫтәлектәре еңелдән түгел, – тине Абдрахман Сөнәғәтуллиндың ейәнсәре Фирҙәүес Ҡәрипова.
Йөрәк тибештәре бер булған ғаиләлә генә изге күңелле, алсаҡ, һис ҡасан кешегә яман һүҙ әйтмәгән, ярҙам итергә әҙер, матур күңелле, бай рухлы, илһөйәр балалар тәрбиәләп булалыр. Абдрахман олатай менән Миңкамал өләсәйҙең мөхәббәте, ҡорған оялары намыҫ, тоғролоҡ менән биҙәлгән, йәштәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ.