Байрамға тиң алтын көҙ06.10.2015
Яратып көткән әбейҙәр сыуағы һиҙҙермәйенсә генә, етмәһә, өшөтөңкөрәп үтте лә китте, тип бойоғоуым бушҡа булған икән. Салт ҡояшлы, алтын, ҡыштыр япраҡлы, илаһи кәйефле, һоҡланғыс мәл әле килеп ауыл-ҡалаларҙы иңләй, күңелдәрҙе аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғо тултыра. Урман-ҡырҙарҙа, парктарҙа, юл буйҙарында күҙәтелгән хозурлыҡты тотошлай ғына фотоаппаратҡа төшөрөп йә иһә бер ҙә һүнмәй торған экранда һаҡлап, гел генә күҙ алдында тоторға, унан илһам, дәрт алып, камиллыҡҡа ынтылып йәшәргә ине... Һәр миҙгел үҙенсә күркәм, әммә алтын көҙҙөң гүзәллегенә, йомартлығына, мөләйемлегенә еткәндәр юҡ кеүек. Бүләк бит ул – әбейҙәр сыуағы, байрам да, тантана ла. Бер-бер артлы сапҡан аттар кеүек, ҡояшлы көндәребеҙ ҙә “һә” тигәнсе үтер, ҡарлы-буранлы ҡышҡа ла оҙаҡ ҡалмаҫ. Бары тик һеҙҙең хаттарығыҙ, йылы хәтирәләрегеҙ, изге хәбәрҙәрегеҙ күңелдәрҙе әбейҙәр сыуағы кеүек мәңгелек сағыу, ихлас итеп һаҡлар, башҡаларға өлгө, фекерҙәш булыр. Артабан да һеҙҙән йөкмәткеле, фәһем, ғилем бирерҙәй хаттар көтөп ҡалабыҙ.