Студенттар – әүҙем халыҡ. Кемдер фән тауына артыла, йәмәғәт эшенә лә өлгөрә, ҡайһы берҙәре сит илдәр гиҙергә форсат таба. Шуларҙың береһе – БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты магистры, Баймаҡ районының Буранбай ауылы һылыуы Гөлдәниә Һағынбаева. Америкаға сәйәхәте хаҡында бик үҙенсәлекле фекерҙәр еткерҙе ул.– Гөлдәниә, сит илде күреү теләге ҡасан барлыҡҡа килде?
– Мәктәптә уҡығанда уҡ инглиз теле менән ҡыҙыҡһына башланым. Шуға ла факультеттың башҡорт-инглиз теле бүлегенә инергә булдым. Был йүнәлештә уҡығас, Американы барып күреү теләге тыуҙы. Аллаға шөкөр, күптәнге хыялым ысынбарлыҡҡа ашты. Сәйәхәтем үҙенә күрә бер һынау, тормош мәктәбе булды, ҡанаттар ҡуйҙы, донъяға ҡарашымды үҙгәртте.
– Сәфәреңдең төп маҡсаты нимә ине?
– Сит илгә барып ҡайтҡан таныштарым кәңәш иткәнсә, “Star trip” программаһын һайланым. Төп маҡсат – әлбиттә, инглиз теленән белемде камиллаштырыу, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан танышыу.
– Ата-әсәң был теләгеңде нисек ҡабул итте, һәм Америкаға барыу өсөн ниндәй әҙерлек кәрәк булды?
– Атай-әсәйемдең башта ебәргеләре килмәне. Ә минең теләгем көслө булды, шуға уларҙы күндерергә тырыштым. Яҡындарым оҙаҡ уйланғандан һуң, йәш саҡта донъя күреп ҡайтһын, тип ризалашты. Хоҙайға тәүәккәллек ҡылдым да юлландым. Әлбиттә, тәүҙә үҙ-үҙеңә ышаныс, алыҫ аранан ҡурҡмау, рухи һәм эмоциональ яҡтан әҙерлек мөһим. Шулай уҡ сит ил паспортын, виза кеүек документтарҙы алдан хәстәрләп ҡуйыу яҡшы. Имтихандарҙы уңышлы тапшырғас, тыныс күңел менән юлға сыҡтыҡ. Беренсе тапҡыр һауаға күтәрелгәндә ҡурҡыныс та, тулҡынландырғыс та булды.
– Сит илгә ингәс, ниндәй тәьҫораттар кисерҙең?
– Беҙҙе, башҡорт ҡыҙҙарын, Америкаға аяҡ баҫҡас та халыҡтың аралашыу мәҙәниәте, туғандарса мөнәсәбәте аптыратты. Аэропортҡа килеп төшкәс тә төнгө уттары менән балҡып ултырған Нью-Йорк, Азатлыҡ статуяһы, “Кинг-Конг” киноһындағы Эмпайр Стэйт Билдинг, Бруклин күпере, телевизор аша ғына таныш булған донъя ҡаршы алды. Һары таксиҙар, фастфудтар, бейек йорттар, Америка флагтары... Иҫ киткес! Ниндәй генә халыҡ йәшәмәй: һинд, африкан, мексикан, испан, итальян, француздар һәм башҡалар. Иң мөһиме – улар бер-береһенә шундай хөрмәт менән ҡарай. Күбеһе инглиз телендә һөйләшә.
Тәүге көндәрҙә ауырыраҡ булды, сөнки мәҙәниәт, аш-һыу, телде үҙләштереү, сәғәт үҙгәреүе йоғонто яһай.
– Эшкә урынлашыу мәсьәләһе, хеҙмәт хаҡы, йәшәү урыны нисек хәл ителде?
– Беҙ отелдә йәшәнек. Эшләп тә йөрөнөк. Ғөмүмән, Америкала эш табыу еңелерәк, мул ғына түләнә. Ундағы халыҡ ваҡыттың ҡәҙерен белә. Нисә сәғәт эшләйһең, теүәл шунса хаҡын алаһың. Ошо “стимул” да булып тора.
– Дүрт ай ваҡыт эсендә ҡайҙарҙа булып, нимәләр күрҙегеҙ?
– Ваҡытты бушҡа уҙғармаҫҡа тырыштыҡ. Ҡала менән танышып, төрлө тарихи һәм билдәле урындарға сәйәхәт ҡылдыҡ. Cәнғәт һәм мәҙәниәт усаҡтарына экскурсияға барҙыҡ. Бында рухи ял, йән-тән тыныслығы өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Парктар күп һәм улар таҙалығы менән айырылып тора, театр, кинотеатрҙар ҙа бихисап. Кешеләр ғаиләләре менән парктарҙа ял итергә ярата кеүек тойолдо. Шунда уҡ йога, еңел атлетика менән шөғөлләнеүселәрҙе, велосипедта йөрөүселәрҙе осратырға мөмкин. Бында тап ошо спорт төрҙәренә өҫтөнлөк бирелә.
– Американдар менән беҙҙең халыҡ араһында айырма бармы?
– Йәшәү рәүеше, әлбиттә, беҙҙең илдәгенән ҡырҡа айырыла. Унда һәр нәмә компьютерлаштырылып, системаға һалынған. Бигерәк тә юлдарҙың сифаты, урамдарҙың таҙалығы, мәктәптәрҙең стадиондары, спорт менән шөғөлләнеүгә шарттар булдырылыуы оҡшаны. Кешеләргә килгәндә, уларҙың ихласлығы, һәр саҡ йылмайып һөйләшеүҙәре таң ҡалдырҙы. Америка халҡы туристарға һәр саҡ ярҙам итергә әҙер тора, юл уртаһында аптырап торһаң, мөрәжәғәт итмәһәң дә, үҙҙәре яныңа килеп, һәммәһен дә яҡшы аңлата. Бәләкәй балалар ҙа яңылыш ҡағылһа, шунда уҡ ғәфү үтенә. Унда халыҡ аралашыуға бик әүәҫ, асыҡ күңелле. Бер нисә минут эсендә тотош ғаиләһе хаҡында һөйләп ташлай, фотоларын күрһәтә, хатта өйөнә ҡунаҡҡа саҡыра. Был беҙҙең өсөн ҙур асыш булды! Яныңдан үткән һәр бер кеше йылмайып: “Хәйерле көн”, “Хәйерле юл”, “Хәлдәрең нисек?” – тип сәләм бирә. Машинала барған шофер ҙа йылмайып, юл аша сыҡҡаныңды итәғәтле генә көтөп тора. Тәүге көндәрҙә шундай хис-тойғо менән йөрөнөк.
Мин, ғөмүмән, үҙемде “Урал батыр” эпосындағы Самрау иленә барып эләккәндәй хис иттем. Төрлө халыҡ бер-береһе менән туған булып йәшәй, машиналар бер-береһенә юл бирә. Ә беҙҙә юлда ла автомобилдәр бер-береһен һыйҙырмай, йәйәүлене лә төкөп, водителдәр әрләп китә ҡайһы саҡ.
Беҙҙә кешене кейеменә ҡарап ҡаршы алалар... Ә бында – киреһенсә. Кейемгә бөтөнләй иғтибар юҡ тиһәң дә була. Килешәме-юҡмы – ҡарап тормайҙар, иң мөһиме – уңайлы булһын. Ике-өс үлсәмгә ҙур кейемдә йөрөү йә булмаһа пальто менән танкетка кейеү – улар өсөн ғәҙәти күренеш. Берәү ҙә һине тикшермәй, урам буйында сэндвич, хот-дог ашап китеп барһаң да, берәү ҙә аптырамай.
Әйткәндәй, беҙгә баштараҡ тәмле тойолған аш-һыу тора-бара ялҡытты. Их, ҡайтып үҙебеҙҙең бишбармаҡ, йыуасаны ашап, һурпа эсһәң ине, тип хыяллана башланыҡ. Ярай әле бер ҡыҙыбыҙ үҙе менән ҡарабойҙай ярмаһын һалып алған. Уны беҙ байрам көндәрендә генә бешереп ашай торғайныҡ. (Көлә. – Авт.).
– Мөмкин булһа, унда даими йәшәр инеңме?
– Америка ҙур биналары, иҫ киткес тәбиғәте, итәғәтле кешеләре, мәҙәниәте, йомшаҡ теле менән мәңгелеккә әсир итте. Әммә тыуған төйәгем, тупрағым миңә ҡәҙерлерәк, унан оҙаҡҡа айырылғым килмәй. Ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә, тиҙәр, ә мин уны, сит илгә һоҡлан да үҙ ереңдә тор, тиер инем. Сит тарафтарҙы күреп ҡайтыу һәйбәт, ә үҙ илеңдә йәшәү күпкә яҡшыраҡ тип уйлайым. Башҡортостан – тыуған йортом, нигеҙем, яҡындарым. Сәйәхәт күҙҙәремде асты, икенсе маҡсаттарға юл күрһәтте.
– Тиҫтерҙәреңә ниндәй теләктәр еткерер инең?
– Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайыҡ. Сит илдәргә лә сәйәхәт ҡылығыҙ. Юҡҡа ғына “Йөрөгән таш шымарыр, ятҡан таш мүкләнер” тип әйтмәйҙәр бит. Ҡурҡмағыҙ, маҡсатығыҙ ныҡлы булһын! Теләк булһа, маҡсат була, ә маҡсатлы кеше мөмкинлеген табасаҡ. Хыялдарын маҡсатҡа әйләндереп, уны тормошҡа ашырырға ынтылһындар, тәүәккәлләһендәр.
Гөлназ ХӘСӘНОВА,
БДУ студенты.