Ултырмағыҙ тишек кәмәгә03.10.2015
Эш эҙләү – үҙе бер сәнғәт. Интернет селтәрендәге бихисап иғландарҙың бер нисәһе генә – ысынбарлыҡҡа тап килгән хеҙмәт урыны. Башҡалары – һуш китерлек мөмкинлектәр, булған-булмаған талаптар менән ҡупшылап яҙылған селтәрле маркетинг эшмәкәрлеге йә тағы ла хәүефлерәк аҡса һурыусы тоҙаҡтар. Хеҙмәт юлын яңы башларға йыйынғандарға Өфө ҡалаһының Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге юрисы Элиза МАЛИКОВА төплө кәңәштәрен еткерә:
– Иң тәүҙә эш хаҡының күләменә иғтибар итегеҙ, әңгәмәләшеүҙә вәғәҙә­ләнгән түләү йыш ҡына ысынбарлыҡҡа тап килмәй, тотоп ҡалынасаҡ һалымдар тураһында ла әйтмәҫкә тырышалар. Ғәҙәттә, тәҡдим ителгән матур сумманың иң аҙ өлөшө – минималь оклад ҡына түләнә, башҡа һумдар, меңдәр хеҙмәт­кәрҙең хыялында төпләнә. Эшкә төшкән осорҙа тейешле урын, шәхси мөйөш, йәғни айырым өҫтәл, ултырғыс, канцелярия тауарҙары, кәрәкле техника тәҡдим итмәгәндәр ҙә бар. Әңгәмәләшеүҙә һеҙ дәғүә иткән вазифаны майлап-баллап күрһәтеп, ысынбарлыҡта тишек кәмәгә ултыртыуҙары ла мөмкин. Абай булығыҙ! Йыш ҡына яңы эшсе менән ашығыс килешеү, контракт йә билдәһеҙ срокка тәғәйенләнгән хеҙмәтләндереү килешеүе төҙөйҙәр, улар иһә күп хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлай алмаясаҡ. Эшкә рәсми рәүештә урынлаштырыу ҙа ҡайһы саҡта ялған булып сыға. Ошонда уҡ “ҡара эш хаҡы”. Һуңғыһы хужалар өсөн бик ҡулай, сөнки улар ошолайтып һалым түләүҙән ҡотола.
Тәүҙә һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған ойошма тураһында ентекле мәғлүмәт туплағыҙ, уның хеҙмәткәрҙәре йә эшләп киткәндәр менән аралашып ҡарағыҙ, Интернет сел­тәрендәге фекер-яҙмаларға ла иғтибар итегеҙ. Иң мөһиме – документтарығыҙҙан күҙ яҙлыҡтырмағыҙ. Әгәр ойошма йә фирма ныҡлы ышаныс тыуҙырмай икән, унда паспорт йә башҡа мөһим ҡағыҙ­ҙарығыҙҙы сканер, ксерокс аша үткәр­тергә ашыҡмағыҙ. Юғиһә һеҙҙе анһат ҡына берәй мутлыҡҡа тарытыуҙары ихтимал.


Вернуться назад