Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә бөгөн балалар баҡсаһы йәшендәге ун баланың алтауһының ғына унда эләгеүен һәм әле ун меңдән ашыу сабыйҙың үҙ сиратын көтөүен билдәләп үткәйне. Был мәсьәлә Мәсетле районына ла ят түгел.
Дыуан-Мәсетле ауылының балалар баҡсаһына бөгөн 30 сабый йөрөй. Шулай уҡ күрше ауылдарҙан да ата-әсәләр балаларын килтерә. Әммә бында ла хәл ителмәгән көнүҙәк мәсьәләләр байтаҡ йыйылып киткән. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре менән һөйләшеүебеҙ тап ошо турала барҙы.
Музыкаль етәксе Гөлназ Камалованың әйтеүенсә, бөгөн мөдир менән музыкаль етәксенән тыш бында ике бала ҡараусы, ике тәрбиәсе, ике ашнаҡсы эшләй һәм бер ҡарауылсы бар. Шуға күрә бәләкәстәргә иғтибар тейешле кимәлдә.
Бөтәһен дә борсоған мәсьәлә, әлбиттә, бинаның бөгөнгө торошо. Ул 80-се йылдарҙа һалынған, бәләкәй, ике фатирлы йортто балалар баҡсаһы итеп үҙгәртеп ҡорғандар. Бында бер генә уйын залы, барлыҡ саралар ҙа тик ошонда үтә. “Беҙгә яңы бина, хатта ике ҡатлыһы кәрәк. Төкәтмә ҡушабыҙ тиҙәр, тик беҙ уға ғына риза түгел”, – ти хеҙмәткәрҙәр. Ни тиһәң дә, сабыйҙарҙың иркенләп уйнай торған сағы, улар өсөн төрлө түңәрәктәр ҙә эшләй. Әммә быларҙың бөтәһен дә бер мөйөштә генә башҡарыу мөмкин түгел. Тәрбиәселәрҙең үҙҙәренең методик бүлмәһе юҡ. Төкәтмә ҡушһалар, ни бары кер йыуыу бүлмәһе генә өҫтәләсәк.
Балалар баҡсаһына сиратта тороусылар ҙа байтаҡ. Әле 35 бала көтә. Әммә бында ата-әсәләре көн дауамында эштә булғандарҙы һәм иң тәүҙә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларҙы алырға тырышалар. Үкенескә ҡаршы, башҡаларына көтөргә тура килә. Шулай уҡ яңы тыуған сабыйҙар ҙа күп, бер-ике йылдан уларҙың ата-әсәләре лә урын һорап киләсәк.
Эйе, шарттар булмауы бөтәһен дә әсендерә. Канализация юҡ, кер йыуыу машиналары ла Совет заманынан ҡалған. Ә ата-әсәләрҙең талаптары юғары. “Шуға ла бөтә көсөбөҙҙө һалып тырышҡан булабыҙ”, – ти хеҙмәткәрҙәр. Эш хаҡы ла дәртләндерерлек түгел, алты мең тирәһе генә.
Аллаға шөкөр, исмаһам, бинаға газ үткән. Тик йылы һыу булмауы бәкәлгә һуға. Эргәләге участкала бәрәңге, кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә һәм башҡа йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Уйынсыҡтар ата-әсәләрҙән йыйылған аҡсаға ғына һатып алынған. Ремонт та йыш ҡына уларҙың кеҫәһенә һуға.
Эйе, бына шундай ҡатмарлыҡтар менән көрәшеп көн итә бөгөн Дыуан-Мәсетле ауылының балалар баҡсаһы. Ауырлыҡтарҙың бер килеп бөтәсәгенә, уларға ла ярҙам ҡулы һуҙырҙарына өмөттәре ҙур. Ни генә тиһәң дә, киләсәк быуын өсөн тырышалар бит, шуға ла уларҙың аһ-зарҙары иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ.
Рәшит Зәйнуллин