Байрам алды кәйефе нисек?03.10.2015
Рәмзә ЯМАЛОВ, Илеш районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе:
– Уҡытыусылар көнө – элек-электән иң яҡын байрамым. Тантана мәлдәре һәр саҡ хис-тойғоға бай була, ихлас күңелдән шатланаһың, күҙ йәштәрен күреп борсолаһың да... Уҡытыусыларҙың күңеле лә шундай саф, хас балаларҙыҡы кеүек бит.
5 октябрҙә күркәм йола буйынса педагогтарҙы район үҙәгендәге мәҙәниәт һарайына саҡырып тәбрикләйбеҙ. Уларҙы сағыу концерт, бүләктәр көтә. Ғөмүмән алғанда, ҡыуанырлыҡ ваҡиғалар күп. Шуларҙың иң мөһиме – балалар һанының артыуы. Уҡытыусы өсөн ошонан да ҙурыраҡ шатлыҡ бармы?
Илгиз БИКҠУЖИН, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡамышлы ауыл хакимиәте башлығы:
– Мәктәп менән ауылдың яҙмышы бер-береһенә тығыҙ бәйле. Белем усағы төйәкте нурлап, яҡтыртып торһон өсөн тәү сиратта урындағы иҡтисадты үҫтереү кәрәклеге тураһында һуңғы йылдарҙа күп әйтелә. Ошо маҡсатта беҙҙең районда ла бихисап эш башҡарыла. Мәктәптәргә һәр йәһәттән ярҙам итергә тырышабыҙ. Уҡытыусылар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, бер маҡсатта эшләйбеҙ.
Республиканың педагогик йәмғиәтен етеп килгән байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Киләсәктә лә уртаҡ ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу йәһәтенән бергәләп хеҙмәт итһәк, ауылдар яҙмышы ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй ҡалмаҫ.
Инсур ҮТӘБАЕВ, Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе директоры:
– Уҙған уҡыу йылын Рәсәйҙең ауыл мәктәптәре араһында спортты үҫтереүсе иң яҡшы мәғариф учреждениеһы булараҡ тамамланыҡ. Тимәк, заман мөмкинлектәрен киң файҙаланырға ынтылыуыбыҙ, тырышлығыбыҙ юҡҡа китмәне. Мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса ла алдынғылар рәтендәбеҙ.
Мәктәптә – 138 уҡыусы. Уларға төплө белем, ныҡлы тәрбиә биреү маҡсатында тынғыһыҙ хеҙмәтебеҙҙе дауам итәбеҙ. Республикалағы барлыҡ коллегаларыбыҙҙы етеп килгән байрам менән тәбрикләп, уларға һаулыҡ, ижад ҡомары, күңел күтәренкелеге теләйем.
Зәйтүнә ХӘЙБУЛЛИНА, пенсионер, Архангел районы:
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәпкә бәйле байрамдарҙы хәҙер һағыш менән ҡаршы алам. Ауылыбыҙҙа элек гөрләп эшләгән учреждение башланғыс итеп үҙгәртелгәс, белем усағы һүнеп ҡалғандай булды. Унда ғилем туплаған кескәйҙәр ҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ булып бара... Киң биләмә буш, ҡыңғырау тауышы өҙөк-өҙөк кенә ишетелеп ҡала. Мәктәп менән бергә ауылыбыҙҙың да һүнә барғанын күреү һағышты тағы ла көсәйтеп ебәрә.
Самат ҒӘБИТОВ, хаҡлы ялдағы педагог, репетитор, Шишмә районы:
– Белем биреүгә утыҙ йылдан ашыу ғүмеремде бағышланым, ҡатыным да оҙаҡ йылдар мәғарифҡа хеҙмәт итте. Шуға ла беҙҙең өсөн Уҡытыусылар көнө – иң ҙур байрамдарҙың береһе. Уны тулҡынланып ҡаршы алабыҙ, шатлыҡ ҡатыш һағыш менән үткәреп ебәрәбеҙ. Элекке хеҙмәттәштәребеҙҙе, остаздарыбыҙҙы иҫкә төшөрәбеҙ.
Бөгөнгө уҡытыусыларға теләк шул: ауырлыҡтарға ҡарамайынса, үҙ һөнәренең оҫтаһы булып ҡалһындар, ижадилыҡҡа ынтылһындар – бының өсөн хәҙер мөмкинлек ҙур. Уҡыусылар иһә мәктәптә тырышып белем алһын, репетиторҙарға эш ҡалдырмаһын.