Белем байрамынан башланған алтын көҙ яңы дәрт-маҡсат менән эшкә тотонған педагогтарға ҡеүәт бирергә лә онотмай: йыл һайын октябрь башында Уҡытыусылар көнө билдәләнә. Һәр кемебеҙҙең яҙмышы мәктәп менән бәйлелектән, был байрам күңелгә ифрат яҡын. Ул мәғариф тармағындағы бөгөнгө яңылыҡтар, педагогтарҙың, белем усаҡтарының хәле тураһында йәнә бер ҡат уйланырға мәжбүр итә.
Үҙ иңендә
күтәрергә әҙерКүптән түгел республика етәкселәре, ведомство башлыҡтары тарафынан бер райондың социаль-иҡтисади торошо менән танышыу маҡсатында ойошторолған эш сәфәрендә “Башҡортостан”дан хәбәрсе булараҡ ҡатнашырға тура килгәйне. Төпкөл ауылдағы мәктәптең ныҡ иҫкергәнлеге хаҡында алдан хәбәрҙар инек. Шул учреждениеның торошо менән танышырға юлландыҡ. Мәктәптең, ысынлап та, эшкә яраҡһыҙ икәнлеге алыҫтан уҡ күренеп тора: совет осоронда төҙөлгән бина ел көслөрәк өрһә, ҡолар кеүек. Ҡапҡа төбөндә делегацияны уҡытыусылар ҡаршы алды. Йөҙҙәре болотло көндәйҙер, тиһегеҙҙер. Юҡ, ҡояштай балҡый! Етмәһә, биләмәнән буяу еҫе аңҡып тора: мәктәп коллективы сереп барған рәшәткәләрҙе, ауырға әҙер ишектәрҙе үҙҙәренсә яңыртырға тырышҡан икән. Әйтеүҙәренсә, ҡунаҡтар алдында районды үтә уңайһыҙ хәлдә ҡалдырырға теләмәгәндәр...
Бына шуға оҡшаш ваҡиғаларға йыш шаһит булырға тура килә. Еңел булмаған социаль-иҡтисади шарттарҙың эҙемтәләрен үҙ күкрәге менән ҡапларға, күрһәтмәҫкә тырыша оло йөрәкле уҡытыусылар. Зарланмайҙар. Барыһы ла яҡшы булыр, тиҙәр. Ә бит сығымдарҙы ҡыҫҡартыуҙы талап иткән үҙгәрештәрҙең “туҡмаҡ башы” тап уларға төштө. Уҡыусыларҙың һанына бәйле ҡыҫҡартыуҙар, мәктәптәрҙең ябылыуы, тармаҡта барған өҙлөкһөҙ реформалар... Был үҙгәрештәрҙең ҙур сыуалыш тыуҙырмауы, тыныс барыуы нигеҙендә дәүләт етәкселегенең һәр кемгә иғтибарлы булыуы, хәлде йомшартыу өсөн барыһын да эшләүе, шул уҡ ваҡытта уҡытыусыларҙың сабырлығы, һөнәрен мөкиббән яратыуы ята. Ҡалыпҡа һалынған менән алға китеү мөмкин түгел бит. Реформаларҙың сифатты яҡшыртыу маҡсатында эшләнгәнен аңлай уҡытыусылар. Сабыр, тырыш булғанда, хәлдең көйләнерен беләләр.
Хеҙмәт урынында ниндәй генә ҡаршылыҡҡа осрамаһын, уҡытыусы элек-электән әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, әйҙәүсе булып ҡала. Һәр йәһәттән өлгө күрһәтеп йәшәргә тырыша ул. Һайлау кампанияһында кем агитатор булып йөрөй? Уҡытыусы. Халыҡ иҫәбен алыу сараһында иң яуаплы бурыс кемгә йөкмәтелә? Уҡытыусыға. Ауыл йәшәһен тип кем янып-көйөп ғүмер итә? Уҡытыусы. Шәжәрә байрамдары өсөн кем урындағы нәҫел ептәрен барлай? Уҡытыусы. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” сараһынан халыҡ ҡәнәғәт ҡалһын өсөн иң ҙур тырышлыҡты кем һала? Уҡытыусы. Ауылдағы мәҙәни сараларҙың башында кем йөрөй? Уҡытыусы. Өмәгә кем беренсе сыға? Уҡытыусы. Халыҡты гәзит-журнал алдырыуға кем өгөтләй? Уҡытыусы. Кемдең өйө иң матуры? Уҡытыусыныҡы. Һөнәренә бәйле тынғыһыҙлығы, ныҡышмаллығы, талапсанлығы, матурлыҡты яратыуы, һәр ваҡыт йәмғиәт хәстәре менән йәшәүе, киләсәкте уйлауы гелән алғы сафта йөрөтә уны. Ошо сифаттар уҡытыусының электән килгән ҙур абруйын, көсөн кителдермәй һаҡлай.
“Йырлап” уҡытып була!Белем биреүҙең сифатын яҡшыртыу, заманса үҫеш маҡсатында индерелгән үҙгәрештәр уҡытыусыға ниндәйҙер кимәлдә ауырлыҡ һалһа ла, ижади эшләү мөмкинлеген асты. Шуға ла һөнәрен яратҡан педагог баҙап ҡалманы. Дәреслек етмәй, программа иҫке, хәҙерге балаларҙы тыңлатыуы ҡыйын кеүек зарланыуҙарҙан алыҫ тора ул. Бөтөн һәләтеңде һалып, ижади эшләргә юл асылды бит! Мәҫәлән, балаларға башҡорт телен дәүләт статусында өйрәткән педагогтар араһында үҙ программаһын төҙөп, йәш быуынды ауыҙына ҡаратып, “йырлап” уҡытҡандар бар. Һөҙөмтәлә етәкселек тә, балалар ҙа, ата-әсә лә ҡәнәғәт. Өҫтәүенә телдең киләсәге өсөн дә йән тыныс. Бөгөнгө бай мөмкинлектәрҙән сығып, ошондай ижади эшмәкәрлек башҡа фәндәр буйынса ла киң йәйелдерелә.
Тәбиғәт беҙҙе шулай яралтҡан: һәр кеше тырышып башҡарған эшенең баһаланыуына мохтаж. Ә инде балалай ихлас, ябай күңелле уҡытыусының күңелен бер йылы һүҙ ҙә иретеп ебәрер. Уға көсөн, тәжрибәһен күрһәтеү өсөн конкурстар ҙа бихисап хәҙер. Һөнәренә тоғро, даими камиллашыуға ынтылған педагогтар күплектән, “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеләренең майҙаны йылдан-йыл киңәйә, уларҙың йөкмәткеһе лә тулылана, байый.
Педагогтарға Интернет аша ла төрлө конкурста көс һынау мөмкинлеге ҙур. Ҡайһы берәүҙәр үҙенең сайтын да булдырып, унда тәжрибәүи эштәрен күрһәтә, уҡыусыларының хеҙмәттәрен ҡуя, йәш белгестәргә ярҙам маҡсатында үҙ методикаһы, дәрес алымдары менән уртаҡлаша. Бындай бәйләнеш, һис шикһеҙ, тотош педагогик йәмғиәттең эш сифатына ыңғай йоғонто яһай.
“Уҡытыусыны ҡағыҙ менән күмделәр”, – тип борсолоуын белдерә күптәр. Ниндәйҙер кимәлдә был дөрөҫтөр. Шулай ҙа... “Ысын уҡытыусы һәр эште белеп, теүәл башҡарыр, – тине бер әңгәмәһендә ҙур шәхестәр әҙерләп сығарған данлыҡлы педагог. – Ниндәйҙер ҡағыҙ мәшәҡәте уны һөнәренән биҙҙерә алмаҫ. Һынауҙар, киреһенсә, көс-ҡеүәтте нығыта ғына”. Шул уҡ ваҡытта әлеге педагог юғары бейеклекте һәр уңыш-ҡаҙаныш хаҡында яр һалып яулап булмауын, тыйнаҡ, ябай булып ҡалыу зарурлығын белдерҙе. “Барлыҡ эштә талантлылыҡ, сама белеү мөһим, – тине ул. – Хеҙмәтең халыҡ өсөн файҙалы, ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Мәҫәлән, туған телде үҫтереү эшенә килгәндә лә, уны мауыҡтырғыс итеп, талантлы башҡарыу зарур. Рәсмилектән, күңелһеҙлектән, бер төрлөлөктән ҡасырға кәрәк. Шул ваҡытта һөҙөмтә лә буласаҡ”.
Кем ғәйепле?Педагогтарға заманса алымдарға таянып, ижади эшләү мөмкинлеге тыуҙырылһа ла, ҡайһы бер осраҡта алға ҡуйылған маҡсаттарҙы тейешле кимәлдә тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Айырыуса ауыл ерендә. Бының төп сәбәбе – уҡыусыларҙың аҙлығы. Педагог ни ҡәҙәр тырышып эшләргә, таштар аҡтарырға әҙер булмаһын, әлеге проблема алдында туҡтап ҡалырға мәжбүр. Кем ғәйепле? Үҙәктән алыҫта ятҡан төбәкме? Тыуған ерен ташлап киткән йәштәрме? Уларҙы янында алып ҡала алмаған ата-әсәме? Нисек кенә булмаһын, был проблема бөгөн көнүҙәккә әүерелде. Уны хәл итеү маҡсатында дәүләтебеҙ төрлө алым ҡулланып, төйәктәрҙе һаҡлап ҡалырға тырыша. Йәштәрҙе ауылда йәшәүгә йәлеп итеү өсөн төрлө программалар төҙөлә, йорт һалыуға ер бүленә, шәхси кәсепте йәйелдереүгә ярҙам күрһәтелә һәм башҡалар. Ошо мөмкинлектәр тейешле кимәлдә файҙаланылып, төйәктәрҙе тергеҙеү маҡсатында берҙәм эш алып барылһа, уҡытыусылар мәктәп ябылыуҙан, ҡыҫҡартылып, хеҙмәт урынынан яҙыуҙан ҡурҡып көн итмәҫ ине.
Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө һынауҙар педагогтарҙың үҙҙәренә лә ҙур бурыс өҫтәй. Улар уҡыусы күңеленә бәләкәй Ватанына һөйөү һалыуға айырыуса ныҡлы иғтибар бүлергә тейеш. Ошондай тәрбиә алып үҫкән бала тыуған төйәгенән ситкә китеп, уны яттар ҡулына ҡалдырмаҫ. Борондан килгән кәсептәрҙе тергеҙеп, үҙ ерендә хужа булып йәшәр. Һөҙөмтәлә ғилем дә был изге урынды ташлап китмәҫ.