Китап алырға барығыҙ!03.10.2015
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә республиканың төрлө райондарында күсмә күргәҙмә-һатыу ойоштороу йолаға әүерелде.

Октябрҙә “Китап”тың сираттағы акцияһы Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары буйлап старт алды. Сара Әҙәбиәт йылына арналды. Республика халҡының уҡыу әүҙемлеген арттырыуға йүнәлтелгән традицион сара барышында китап продукцияһы сауҙаһы ойошторолдо.
Бөгөн ул — Хәйбулла районының Акъяр ауылы баҙарында, иртәгә — Баймаҡ ҡала­һы­ның Үҙәк баҙарында, 5 октябрҙә — Әбйәлил районының Асҡар ауылында район мәҙәниәт йорто фойеһында уҙасаҡ.



Вернуться назад