Ит бар, ә балыҡ?03.10.2015
Йыл башынан алып Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә уртаса хаҡ туғыҙ процентҡа артҡан. Мәҫәлән, һуңғы айҙа бәрәңге – 26,6, һуған, кишер, сөгөлдөр – 19,7-36,4, ҡыяр – 20, помидор 26,7 процентҡа осһоҙланған. Шул уҡ ваҡытта шәкәр ҡомоноң хаҡы
11,1 процентҡа ҡиммәтләнгән. Әлбиттә, баҙарҙағы бындай үҙгәрештәрҙе ил етәкселеге иғтибар үҙәгендә тота. Иң мөһиме – эшҡыуарҙар аҙыҡты саманан тыш ҡиммәтләндермәһен.
Аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы көйләү мәсьәләһенә арналған ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин нәҡ ошо хаҡта һүҙ алып барҙы.
– Сит илдәрҙең санкциялар ҡабул итеүенә бер йыл үтте, – тине Илдар Сәғит улы. – Был иһә үҙебеҙҙә етештергән тауарҙарҙы баҙарға сығарыу мөмкинлеген тыуҙырҙы. “Башҡортостан продукты” мгазиндар селтәре булдырылды, баш ҡалала фермер баҙарҙары асылды.
Илдар Тимерғәлин белдереүенсә, 21 төр аҙыҡтың хаҡы буйынса беҙ Волга буйы федераль округында яҡшы иҫәптә. Ә бына икмәк, шәкәр, кәбеҫтә, балыҡ һәм ҡайһы бер ярмаларҙың ҡиммәтләнеүе шатландырмай.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко иһә үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлектең етеүе-етмәүе хаҡында һөйләне. Баҡтиһәң, һыйыр ите, бәрәңге, һөт ризыҡтары менән тулыһынса тәьмин ителәбеҙ. Ә бына сусҡа һәм тауыҡ итенә, балыҡҡа ҡытлыҡ бар. Был мәсьәлә Илеш һәм Мәләүез райондарында эре сусҡасылыҡ комплексы төҙөлгәс, хәл ителер тигән фекерҙә министр. Йәшелсә-емеш етештереү йүнәлешендә яңы хужалыҡтар булдырыу буйынса ла эш алып барыла.