...Бында ингән һәр кемде Октябрь революцияһы, I һәм II Бөтә донъя һуғыштары заманынан ҡалған винтовка менән гранаталар, һалдат каскалары ҡаршы ала. Хәрби бәрелештәр заңын үҙҙәрендә һаҡлаған, пуляларҙан ҡалған эҙҙәр дәһшәтле замандар тураһында һөйләй кеүек. Оҙаҡ йылдар ятҡанғамы, тутыға башлағандар. Ә төптәрәк тирмә, уның янында башҡорт халҡының милли кейемдәре, көршәк, самауыр – үҙеңде бынан ике-өс быуат элгәре осорға эләккәндәй хис итәһең. Ә икенсе оста... мамонттың һуҡҡы теше менән һөйәктәре урын алған. Улар бында нисек килеп эләккән һуң?
Дыуан-Мәсетле ауылының тыуған яҡты өйрәнеү музейы мәктәптә урынлашҡан, ул 1972 йылда география уҡытыусыһы Ғәйникамал Мирхәева тарафынан ойошторолған. Иң тәүҙә бәләкәй генә бүлмәлә булғанға, экспонаттарға урын етмәгән. Әммә тыуған яҡты өйрәнеү музейы ярҙамһыҙ ҡалмай. “Мәктәп хеҙмәткәрҙәре 2007 йылда яҡташыбыҙ “Янғантау” шифаханаһының элекке директоры Рәмил Бәҙретдиновҡа мөрәжәғәт иткәс, ул айырым төкәтмә төҙөүҙә ярҙам күрһәтте”, – тип һөйләне 2006 йылдан музейға етәкселек иткән тарих уҡытыусыһы Данис Ғәлимов.
Экспонаттар төрлө юлдар менән йыйыла. Уларҙы уҡыусылар ҙа, урта йәштәгеләр менән ололар ҙа килтерә. Ҡайһыларын ауылдарҙа өй беренсә йөрөп туплағандар. Мәҫәлән, мамонт һөйәген балалар Әй буйында һыу ингәндә табып алған. Төҙөлөш эштәре мәлендә килеп сыҡҡандары ла бар. Ә һуҡҡы теште күрше ауылдан килтергәндәр. Һуғыш ҡоралдарын, һалдат каскаларын Мәсәғүттән Ленинград фронты эҙҙәрен тикшерергә барған эҙәрмәндәр алып ҡайтҡан. Күптәре уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың көсө менән тупланған. Музейға килгән һәр кем тыуған төйәге тарихын беләсәк, билдәле шәхестәрҙең тормош юлы менән танышасаҡ.
Эйе, йәнтөйәк тарихын онотмайҙар бында.
Рәшит Зәйнуллин