Ике арала бәйләнеш булмаһа...03.10.2015
Беҙҙә фән менән сәнәғәт етештереүе араһында бәйләнеш бармы? Һуңғыһында яңы эшләнмәләр, технологиялар ҡулланыламы? Ике яҡҡа йәш быуын мәнфәғәтен бергә ҡайғыртыуға нимә ҡамасаулай? Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм етештереү предприятиелары етәкселәре менән осрашыуында ошондай һорауҙарға яуап эҙләнеләр.

– Ҡеүәтле сәнәғәт ойошмалары хужалары күптән инде университеттарҙың тупһаһына аяҡ баҫҡаны юҡ. Улар студенттар менән осрашмай, белем биреү тармағы торошона ҡыҙыҡһыныу белдермәй, – тине Рөстәм Зәки улы. – Шул уҡ ваҡытта мәғариф учреждениелары вәкилдәре лә – сәнәғәт предприятиеларында һирәк ҡунаҡ. Элекке бәйләнеш өҙөлдө. Хәл ошолай дауам итһә, власть структу­ра­ларының да, уҡыу йорттарының да, сәнә­ғәтселәрҙең дә хеҙмәт һөҙөмтәһе булмаясаҡ. Бергә эшләргә кәрәк.
Осрашыуҙа Өфөлә технополис булдырыу мәсьәләһе ҡаралды, ике тармаҡ етәкселәре хеҙмәттәшлек алымдарына бәйле тәҡдим­дәре менән уртаҡлашты.

(Сарала күтәрелгән мәсьәләләр буйынса тулыраҡ мәғлүмәт менән гәзиттең киләһе һандарында танышырһығыҙ).


Вернуться назад