Лайыҡлылар баһаланды03.10.2015
Лайыҡлылар баһаланды Шоферҙар, шәфҡәт туташтары, табиптар, етәкселәр... Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан дәүләт бүләген алған бәхетлеләр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар ине. Рөстәм Зәки улы, уларҙы ошо матур тантана айҡанлы ҡотлап, уңыштар теләне.
– Бүләгегеҙҙе намыҫлы хеҙмәтегеҙ менән яуланығыҙ, ул һеҙҙе артабан да юғары үрҙәргә дәртләндерһен, – тине ул.


Балтас районының “Рәсәй” асыҡ акцио­нер­ҙар йәмғиәтендә тракторсы-машинист булып эшләгән Рәдис Зыяитдинов республиканың Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Туған хужалығында 20 йылдан ашыу тир түккән ауыл эшсәне үҙ вазифаһына яуаплы ҡа­рауы менән хөрмәт ҡаҙан­ған.
“Южурал-Ойл” асыҡ акцио­нер­ҙар йәмғиәте­нең генераль директоры Зиннур Ис­хаҡов­тың на­мыҫлы хеҙ­мә­те “Баш­ҡортостан Рес­пуб­ли­ка­һы­ның атҡаҙанған нефт­сеһе” тигән маҡтау­лы исемгә лайыҡ бул­ды. Зиннур Закир улы етәк­ләгән ойошма нефть сығарыу ҡорамал­да­рын йүнәтеү буйынса республикала ғына тү­гел, сит та­раф­тарҙа ла та­ны­лыу яулаған. Бул­дыҡлы хужа балалар йорттарына, мәктәп-интернаттарға, йә­мә­ғәт ойошмаларына йыш ярҙам итә.
Дүртөйлө урмансылығынан Рәшит Ғари­пов “Башҡортостандың атҡаҙанған урмансы­һы” тигән исемгә лайыҡ булды.
М.М. Азаматов исемендәге 3-сө балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе директоры Рәмил Юлдашев та – республикала билдәле шәхес. Ошо белем усағында хеҙмәт юлын хоккей буйынса тренер булып башлаған уҙаман ба­ла­лар­ҙы һау-сәләмәт йәшәү өлгөһөндә тәр­биәләү, спортҡа ылыҡтырыу йүнәлешендә ҙур эш алып бара. Рәмил Ғәләүетдин улы “Башҡорт­ос­тандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәт­кәре” тигән исемде йөрөтәсәк.



Вернуться назад