Хәүефләнергә түгел, ҡыуанырға кәрәк02.10.2015
(А. Хәйбуллина, В. Кузнецов,
“Тирә-яҡты сүплеккә әйләндермәгеҙ!”,
2015 йыл, 14 август)
Ишембай ҡалаһы янында ҡыйҙы сорттарға айырыуҙы, яндырыуҙы ойоштороуға ҡаршы дәғүә белдерелгән яҙмаға урындағы етәкселектән яуап хаты алдыҡ.

“Ишембайҙа уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын күмеү өсөн яңы полигон төҙөү мәсьәләһе ҡалҡып сыҡҡайны, сөнки 50 йылдан ашыу эшләгән сүплек тулды. 1999 йылда проект әҙерләнде, төҙөлөш башланды. 2011 йылда полигон республика ҡарамағынан муниципаль милеккә күсерелде. Барлыҡ документтар ҙа рәсмиләштерелгәс, былтыр ул һатыуға сығарылды. Һөҙөмтәлә “Эко-Сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте еңеүсе тип табылды, хакимиәт был фирма менән ҡалдыҡтарҙы ташыуға һәм юҡ итеүгә, иҫке полигонды бөтөрөп, яңыһын булдырыуға 25 йылға килешеү төҙөнө.
“Эко-Сити” йәмғиәте үҙ иңенә алған барлыҡ бурыстарҙы ла теүәл үтәй һәм тәү сиратта был объектты төҙөүгә 250 миллион һум күсерҙе. Ишембайҙа халыҡ өсөн 300 эш урыны булған предприятие ҡалҡып сығасаҡ, ул урындағы бюджетҡа тос өлөш индерәсәк.
Шуныһын билдәләргә кәрәк: предприятиеның эшмәкәрлеге заманса технологияларға нигеҙләнгән. Полигондың дөйөм майҙаны дүрт гектар тәшкил итәсәк”.
Хатта элекке сүплектең егерме йылдан ашыу “яфалаған” бәләһе – бер нисә көнгә һуҙылған янғындар, ҡара төтөн, һаҫыҡ еҫ – хаҡында ла телгә алынған. “Әле сүп-сар ике метрлыҡ балсыҡ менән күмелә, артабан өҫтө ҡара ер менән ҡапланасаҡ, унда ҡыуаҡлыҡтар, үлән үҫтереләсәк”, – тиелә яҙмала.
Ишембайҙарҙы борсоған икенсе мәсьәләгә – ихаталарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуға – ҡарата ла яуап бар: “1 июндән “Эко-Сити” йәмғиәтенең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә сүп-сар даими рәүештә, хатта ял көндәрендә лә сығарыла. Предприятие етәкселеге контейнер майҙансыҡтарын заманса йыһазландырыуҙы күҙаллай”.

Г. МОСТАЕВА әҙерләне.



Вернуться назад