Кредит һаҙлығы бер упһа, ебәрмәй02.10.2015
Кредит һаҙлығы бер упһа, ебәрмәй 1 октябрҙән физик берәмектәрҙең банкротлығы тураһында закон үҙ көсөнә инде
Ҡайһы бер кеше өсөн банкротлыҡ – бик ҡулай нәмә. Әйтәйек, кемдер банктан кредиттар алған да, эшһеҙ ҡалғас, бурысын ҡаплай алмай, ти. Аҡсаны ваҡытында түләмәгәс, суммаға ябай проценттар ғына түгел, пеня менән штрафтар ҙа өҫтәлә бара. Һөҙөмтәлә былай ҙа көс еткеһеҙ бурыс көндән-көн арта ғына. “Шәхси банкротлыҡ” төшөнсәһе тап шундай хәлде күҙ уңында тота ла инде. Әйтергә кәрәк, ошоғаса әлеге ҡанун юридик берәмектәргә, йәғни фирма һәм ойошмаларға ғына ҡағыла ине, бынан ары законды ябай кешеләр ҙә файҙалана аласаҡ. Әммә, буштың атаһы үлгән тигәндәй, был осраҡта ла ҡануниәттә иҫкәрмәләр юҡ түгел.

Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ

Шәп телефон, яңы машина, фатирыңа заманса ремонт... Тимур ҡолас йәйеп йәшәргә күнеккән, әммә хыялдарын ысынбарлыҡ итерлек хеҙмәт хаҡын ғына таба алмай. Бәлки, булғанына шөкөр, тип эшләр ҙә йөрөр ине, тик әлеге лә баяғы нәфсе... Хәйер, матур йәшәүҙән тыйып та булмай шул. Бигерәк тә яныңда аҡсаларын һоноп торған “дуҫтарың” күп саҡта.
— Кредиттар алдым. Башта шөрләтеңкерәне: бурысты кире ҡайтара алырмынмы-юҡмы? Хәйер, ул саҡта сумма ла әллә ни ҙур түгел ине. Еңел ҡотолдом. Оҡшап ҡалды. Етмәһә, банктан үҙҙәре үк шылтыратып, кредит тәҡдим итә башланылар. Тағы алдым. Оҙаҡламай эштә проблемалар тыуҙы. Аҡса кредиттарҙы ҡаплауға түгел, үҙемә лә етмәй башланы. Түләү графигынан артта ҡалдым, штрафтар, пенялар китте. Күҙ асып йомғансы бурысым миллион һумға барып етте, — тип һөйләй Тимур.
Дыуамаллыҡ... Ә бит был егет кеүектәр донъяла берәү-икәү генә лә түгел. Бөгөн һәр бишенсе кредит ваҡытында түләнмәй. Ана шундай бурыслылар өсөн ҡабул ителде лә инде әлеге ҡанун. Хәҙер ундайҙар үҙҙәрен законлы рәүештә банкрот тип иғлан итә ала. Төп шарт — 500 мең һумдан ашыу бурыс һәм кредитты ваҡытында түләмәү срогының кәмендә өс ай булыуы. Тик белгестәр әлеге талаптар менән тулыһынса килешеп етмәй. Уларҙың фекеренсә, банкротлыҡҡа мохтаждарҙың күбеһенең бурысы был сумманан әҙерәк. Тимәк, заемсылар бурыстарының штрафтар, пенялар иҫәбенә 500 меңгә еткәнен көтөргә тейеш булып сыға.

Банк күҙ йәштәренә генә ышанмай

Закон бик күп заемсыларға кредит ҡоллоғонан ҡотолорға мөмкинлек бирәсәк. Был валюта менән эш иткәндәргә лә, бер нисә кредиты булып бурысҡа батҡандарға ла ҡағыла. Хәҙер уларҙың бирәсәктәрен “онотасаҡтар”. Банкротлыҡ ниндәйҙер кимәлдә енәйәтселектең кәмеүенә лә килтерер, тигән ышаныста белгестәр. Сөнки ҡайһы берәүҙәр аҡса тип ниндәй генә гонаһтарға бармай.
Элегерәк үтескә алғанын түләй алмағандарға банк тынғылыҡ күрһәтмәне: судҡа бирҙе, суд приставтары ярҙамы менән бурыстарын ҡайтартырға маташты, аҡсаһын һаман да түләй алмаһа, йәнә судҡа мөрәжәғәт итте. Был процедура, бөтмәҫ бер йыр кеүек, йылдарға һуҙылды. Нәҫелдән нәҫелгә күсте...
Банкротлыҡ иһә кредиторҙарға заемсылар менән мөнәсәбәттәргә “нөктә ҡуйырға” ярҙам итәсәк. Әммә был банк бурыстарҙы онота, ғәфү итә һәм “иреккә сығара” тигәнде аңлатмай. Банкротлыҡ — ул үҙе бер ҡатмарлы процедура.

Түләргә, түләмәҫкә...

Банкротлыҡ тураһындағы эште заемсы ла, кредитор ҙа башлай ала. Суд бурыслының ғаризаһын ҡабул итһен өсөн уның йөкләмәһе активтарынан күберәк булыуы шарт. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: һеҙҙең фатирығыҙҙа телевизор һәм карауаттан башҡа бер ни ҙә юҡ ти, ә бурысығыҙ миллиондан ашҡан. Тимәк, һеҙ — потенциаль банкрот. Ә инде шәхси милкегеҙҙә бер нисә фатир, машина иҫәпләнһә, өҫтәүенә килемегеҙ ҙә арыу булһа, һеҙ был категорияға эләкмәйһегеҙ.
Әгәр бурысын ысынлап та ҡайтара алмаясағын аңлаһа, заемсы арбитраж судҡа мөрәжәғәт итергә тейеш. Әлбиттә, үҙең менән әллә күпме белешмә алып барыу шарт (ғаилә составы, банк иҫәбенең күсермәһе, шәхси эшҡыуар булыу-булмау тураһында документ, бурыс күләме һ.б.). Был ҡағыҙҙарҙы юрист та йыя ала, әммә бушлай түгел. Өҫтәүенә ғариза яҙған өсөн дәүләт пошлинаһы түләүҙе, финанс идарасыһының хеҙмәте өсөн хаҡты ла күҙ уңында тотоу зарур. Ҡыҫҡаһы, барлыҡ документтар ҙа әҙер булғас, ғариза ҡабул ителә һәм ҡарар сығарыла. Әгәр заемсының даими килеме бар икән, банк алдындағы бурысы реструктуризациялана. Йәғни уның хеҙмәт хаҡының күпмелер өлөшө ай һайын банк иҫәбенә тотоп ҡалына. Күпме ваҡытҡа, ниндәй сумма — уныһын инде заемсының түләү мөмкинлегенән сығып суд хәл итә. Ә инде кеше банкрот тип танылһа, бурыстары “ҡаплана”, әммә шәхси мөлкәте электрон һатыуға ҡуйыла. Ҡурҡмағыҙ, яланғас ҡалмаясаҡһығыҙ. Закон буйынса берҙән-бер фатирҙы, инвалид өсөн алынған машинаны, өҫ һәм аяҡ кейемдәрен, приздарҙы, наградаларҙы һатыу тыйыла. Әгәр инде тағы бер фатирығыҙ, затлы биҙәүес әйберҙәрегеҙ, көнкүреш техникағыҙ бар икән — хушлашырға тура киләсәк. Һатыуҙан килгән дөйөм сумма иһә минималь хеҙмәт хаҡының дөйөм күләменән йөҙ тапҡырҙан да артыҡ булырға тейеш түгел. Әгәр был аҡса бурысты тулыһынса ҡапламай икән, заемсы барыбер ҙә “ҡалдығын” түләргә тейеш булмаясаҡ. Әммә был алдау-йолдау юлы менән милкеңде икенсе берәү исеменә күсереп, үҙеңде бер нәмәһеҙ итеп күрһәтеп буласаҡ тигәнде аңлатмай. Һәр осраҡ буйынса финанс идарасылары эшләйәсәк, тип иҫкәртә белгестәр.
Ғөмүмән, бындай күңелһеҙ хәлгә тарымау хәйерле. Һәр нәмәлә сама белеү шарт. Аҡса менән эш иткәндә айырыуса. Кредит алып байып киткән кешене белмәйем әле...




Вернуться назад