Инженерҙар кәрәк, инженерҙар!02.10.2015
Инженерҙар кәрәк, инженерҙар! Күптән түгел танышымды осраттым. Улының юғары уҡыу йортона инеүе, иҡтисад факультетында белем алыуы хаҡында һөйләне ул.
– Ҡайҙа эшкә урынлашты? – тип ҡыҙыҡһындым.
– Бармаған урын ҡалманы. Эш тапманы – юҡҡа уҡыған.
– Ҡайҙа барҙы һуң?
– Аптырағандан магазинға һатыусы булып урынлашты, өйҙә ятып булмай бит инде.


Ысынлап та, бөгөн күп­тәр нисек тә юғары уҡыу йортона инергә ынтыла. Мәғлүмәттәр буйынса, йәштәрҙең күпселеге иҡтисад, юрист, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Бюджет урындары йылдан-йыл кәмегәнлектән, бәғзеләре түләп уҡырға мәжбүр. Балаһы өсөн ата-әсәһе ниндәй генә аҙымға бармай: бурысҡа бата, һуңғы малын һуя. Әммә диплом алғас, эш табырмы, юҡмы – уныһын уйлап ҡарамай.
Ни өсөн эшсе һөнәрҙәрен һайламайҙар, инженер булырға ла ҡурҡалар? Ниңә ситкә ҡасалар, еңелерәк юлды эҙләйҙәр? Был һорауҙар хәҙер ата-әсәнең, мәғариф системаһының ғына түгел, тотош йәмғиәттең баш ауырыуына әйләнгән. Хеҙмәт баҙарында бухгалтерҙар, уҡытыусылар, юристар урын таба алмай аҙапланһа, юғары белемле инженерҙарға ҡытлыҡ ҙур. Булғандары ла килеү менән эшләп китә алмай, уларҙы ҡабаттан уҡытырға, өйрәтергә кәрәк. Бының өсөн күп аҡса сарыф ителә.
Яңыраҡ Хөкүмәт йортонда үткән кәңәшмәлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тап ошо хаҡта һүҙ алып барҙы.
– Предприятиелар ҙа был юҫыҡта әүҙемлек күрһәтмәй, – тине Рөстәм Зәки улы. – “Мин һалым түләйем, вуздар, мәғариф өлкәһе менән башты ҡатырмағыҙ, бер кемгә лә ярҙам итмәйәсәкмен”, – йәнәһе. Әлбиттә, киләсәктә бындай ҡараш булырға тейеш түгел.
Йыл һайын республикала 30 мең белгес юғары уҡыу йортон тамамлай, уларҙың 76,3 проценты шунда уҡ эшкә урынлаша. Мәшғүллек үҙәгендә башлыса уҡытыусылар, юристар, иҡтисад белгестәре сиратта тора.
Күп ойошмалар, табыш артынан ҡыуып, тейешле белгес әҙерләүгә иғтибар бирмәй, бәғзеләре кадрҙар базаһын, фәнни ҡеүәтте үҫтереүгә ҡырын ҡарай.
Тап ошо кәмселектәрҙе өйрәнеү, бөтөрөү өсөн Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында Өфөлә технополис төҙөү зарурлығын әйтте. Был эшкә һәр министрлыҡ, ведомство йәлеп ителәсәк. Төп яуаплылыҡ вице-премьерҙар Дмитрий Шаронов менән Салауат Сәғитовҡа йөкмәтелде.
Проектҡа ярашлы, яңы уҡыу йылында белгестәр, кадрҙар хаҡында мәғлүмәттәр тупланып, белем биреү учреждениеларына ошо йүнәлештә эшләргә кәрәклеге тәҡдим ителәсәк. Ә инде уҡыу йорттары менән предприятиелар араһында йәштәрҙе әҙерләү, ҡабаттан өйрәтеү буйынса хеҙмәттәшлектең нығыныуы мөһим. Студенттар практиканы үҙҙәре эшкә барасаҡ предприятиеларҙа үтергә тейеш.
Заман үҙгәрә, технологиялар үҫешә, тик, үке­нескә ҡаршы, вуздарҙа белем биргән фән әһелдәренең ҡайһы берҙәре бөгөн заводтарҙа ҡулланылған эш алымдарын аңлап бөтмәй. Был йәһәттән дә эшләйһе бар әле.
Шуға ла предприятиелар менән юғары мәк­тәптең бергә хеҙмәттәшлек итеүе – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Бөгөн, үҙебеҙҙең сәнәғәтте үҫтереү, тауарҙы етештереү хаҡында һүҙ алып барғанда, был бигерәк тә көнүҙәк. Ниндәй генә заман техникаһы булмаһын, үҙ эшен яҡшы белгән тәжрибәле инженерҙар юҡ икән, уларҙан фәтүә көтөү мөмкин түгел.




Вернуться назад