Участка дауаханаһына яҡын-тирәләге туғыҙ ауылдан сирләп киткәндәр килә. Шуға ла районға юл төшкәс, табиптар менән шәфҡәт туташтарының эш шарттары, дауаланыусылар өсөн булдырылған мөмкинлектәр менән яҡындан танышып сығыуҙы кәрәкле таптыҡ.
Дауаханаға Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Ғәлиә Бикова етәкселек итә.
Сер түгел, бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһе яңыртыуға мохтаж. Был турала ил етәкселеге лә әйтә. Башҡортостанда был йәһәттән үҫеш бар: һуңғы тиҫтә йыл эсендә яңынан-яңы дауаханалар төҙөлдө, заманса ҡорамалдар һатып алынды, уңайлыҡтар булдырылды. Район үҙәгендәге менән участка дауаханаларына, фельдшер пункттарына иғтибар көсәйҙе. Әммә хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә байтаҡ.
Бында сирләп киткән оло быуын да, балалар ҙа килә. Стационарҙағыларына — 15 һәм көндөҙ дауаланыусыларға ун койка бар. Стоматология һәм акушерлыҡ кабинеты, физкабинет эшләй. Район үҙәге Оло Ыҡтамаҡтан да педиатрҙар, гинекологтар килеп һәр кесе йома һайын халыҡты ҡабул итә.
Дауахана бинаһына күптән түгел ремонт яһағандар, евротәҙрә ҡуйғандар, ишектәрҙе, иҙәнде алмаштырғандар. Әлбиттә, бындай үҙгәрештәрҙән һуң эш шарттары күпкә яҡшырған. Ни тиһәң дә, бина иҫке, 1975 йылда һалынған.
Теш табибы Гөлнара Миңлекәева менән өлкән шәфҡәт туташы Мәрйәм Ғәлимованың әйтеүенсә, участка дауаханаһының эшенә аяҡ салған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, табиптар яңы “ашығыс ярҙам” машинаһына мохтаж, иҫкеһе 15 йылдан ашыу йөрөй. Ни тиһәң дә, район үҙәгенә 40 саҡрым тирәһе, шулай уҡ ауылдарға ла көн һайын тиерлек сығырға тура килә. Ә ауырыуҙарҙы һуңламай алып килеп өлгөрөргә кәрәк, ундай мәлдә һәр секунд ҡәҙерле. Әлеге “ашығыс ярҙам” машинаһы ваҡытында төҙәтеп торғанға ғына йөрөй. Шулай уҡ яңы физкабинетҡа ла мохтажлыҡ кисерәләр, иҫке аппараттарҙы инде 20 йылдан ашыу ҡулланалар. Йыш ҡына һыу булмауы ла өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра, бынан бигерәк тә ауырыуҙар ыҙа сигә. Ҡайһы саҡта һыуҙы күрше Йыланыш ауылынан да ташырға тура килә. Шулай ҙа табиптар дауахана бинаһының йылы булыуына һәм газ үтеүенә шатлана.
Рәшит Зәйнуллин