Файҙа күберәкме, зыянмы?02.10.2015
Республикала экологик хәл нисегерәк? Был һорау замандаштарыбыҙҙы битараф ҡалдырмай. Айырыуса “Кроношпан” ағас эшкәртеү предприятиеһы эргәһендә йәшәүселәр завод эшләй башлау менән ҙур проблемалар тыуыр тип хәүефләнә. Торатау тирәләй ҡуйырған хәбәрҙәр ҙә тынғы бирмәй. Шуға ла Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы республикалағы экологик хәлгә баһа биреү, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү маҡсатында “түңәрәк өҫтәл”гә власть вәкилдәрен, сәнәғәт предприятиелары етәкселәрен һәм йәмәғәтселәрҙе йыйҙы.
Экология проблемаларына бөтә йәмғиәттең, шул иҫәптән төрлө ойошма етәкселәренең иғтибарын йәлеп итеү – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Был айырыуса ҙур сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан төбәктәргә хас. Атап әйткәндә, Өфөлә төҙөлгән «Кроношпан» заводына ҡарата халыҡтың фекере икегә бүленгән. Берәүҙәр уның экология өсөн зыянлы буласағын фаразлаһа, икенсе төркөм өҫтәмә эш урындары булдырыу төбәк иҡтисады өсөн файҙалы тигән фекерҙе яҡлай.
Башҡортостанда бындай завод ысынлап та кәрәк, ти белгестәр. Рәсми статистика буйынса ағастарҙың 60-70 проценты тамырында килеш серей, яҡынса бер миллион кубометры бер нисек тә файҙаланылмай. Предприятие директоры Ардашер Курбаншо заводты төҙөүгә ҡаршы булғандарҙы “Асыҡ ишектәр көнө”нә килеп, технологияның бөтөн нескәлектәрен күрергә һәм хәүефһеҙлегенә инанырға саҡырҙы. Әйткәндәй, күптән түгел бындай сара ойошторолғайны.
«Түңәрәк өҫтәл»дә күтәрелгән тағы ла бер мөһим мәсьәлә – шихандар яҙмышы. Барыһына ла мәғлүм булыуынса, «Сода» предприятиеһының тағы ла 3-4 йылдан сеймалға ҡытлыҡ кисерә башлауы ихтимал. Шуға ла улар проблеманы хәл итеүҙең иң ҡулай ысулы тип Торатауҙы эшкәртеүҙе һанай. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова Торатауҙың ҡабатланмаҫ тәбиғәт ҡомартҡыһы булыуын йәнә бер иҫкәртте һәм уны һаҡлау йәмәғәтселектең һәм дәүләттең төп бурысы икәнлеген билдәләне. Ойошмаға сеймалды икенсе ятҡылыҡтарҙан эҙләргә кәңәш бирелде.
Бынан тыш, көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйып эшкәртеү һәм Өфө районында крематорий төҙөү мәсьәләләре лә тикшерелде. Мөһим проблемаларҙы хәл иткәндә йәмәғәтселек фекере ныҡлап өйрәнелергә тейеш, тиелде ултырышта. Палата етәксеһе Ольга Панчихина әйтеүенсә, халыҡ мәғлүмәт етмәү арҡаһында йыш ҡына уйҙырмаларға ышанып, хәүефләнә башлай. Шуға ла власть органдары мөмкин тиклем асығыраҡ булырға тейеш.


Вернуться назад