Хеҙмәттәре әһәмиәтен юғалтмай02.10.2015
Былтыр июлдә Башҡортостан Хөкүмәтенең бойороғо менән ғалим-этнограф, тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты булған Раил Кузеевтың йыйынтығын яңынан сығарыуға әҙерлек буйын­са эш төркөмө тупланғайны. Ете томлыҡ хеҙмәткә материал йыйыу, структураны төҙөү бурысын Рәсәй Фәндәр акаде­мияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәрҙәре тормошҡа ашырҙы.

Күптән түгел ғилми йыйынтыҡтың беренсе томына исем туйы уҙғарылды. Унда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Етәксе ғалимдарҙы яңы эш башлауҙары менән тәбрикләне, шулай уҡ “IV Кузеев уҡыуҙары: Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын асты.
– Раил Кузеев – республикабыҙҙың ҙур ғорурлығы, – тине сығышында Рөстәм Зәки улы. – Ул этнографияны тергеҙеүгә ифрат күп көс һалды. Ғалимдың хеҙмәттәренә ҡарап, эшенә мөкиббән бирелгән талантлы кешенең ни ҡәҙәр ҙур эш башҡара алыуына йәнә бер ҡат инанаһың. Раил Ғүмәр улы менән миңә күп тапҡыр осрашырға насип булды. Ауырыған сағында ла уның күҙҙәрендә хеҙмәт дәрте һүнмәне, тыуған республикабыҙ өсөн янып-көйөүе кәмемәне.
Төбәк етәксеһе фән тармағы менән властың бергә эшләргә тейешлеген, шул саҡта ғына юғары уңыш ҡаҙаныу мөмкинлеген билдәләне.
Йыл аҙағына ҡәҙәр йыйынтыҡтың тағы ике томын сығарыу күҙаллана. Тотош хеҙмәтте иһә киләһе йылда ҡулға аласаҡбыҙ.




Вернуться назад