Үҫеш өсөн киңлек бар02.10.2015
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Индонезия Республикаһы делегацияһы менән осрашты. Рәсми ҡунаҡтар “Ғәҙеллек һәм именлек” сәйәси партияһы рәйесе Мөхәммәт Әнис Матта етәкселегендә килгән.
Сарала сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде.
— Республикабыҙ эшҡыуарҙарының Индонезия бизнесы менән бәйләнешенә килгәндә, әлегә беҙ башланғыс этаптабыҙ. Был мәҙәни өлкәгә лә, студенттар менән алмашыуға ла ҡағыла. Индонезиянан биш кеше беҙҙәге юғары уҡыу йорттарында белем ала. Шуларҙың өсәүһе — нефть, икәүһе — медицина университеттарында. Эшмәкәрлекте үҫтереү өсөн киңлек бар, — тине Рөстәм Хәмитов.
Журналистар менән әңгәмәлә Мөхәммәт Әнис Матта әле Индонезияның нефть һәм газ эшкәртеү, ауыл хужалығы, минераль ресурстар сығарыу, шулай уҡ ғилми тикшеренеүҙәр буйынса хеҙмәттәшлек итергә ниәтләүе хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостан менән Индонезия араһындағы сауҙа күләме 1 миллион долларҙан ашыу тәшкил иткән. Уның төп өлөшөн республиканан экспорт биләй.