Барҙалар бар саҡта02.10.2015
Барҙалар бар саҡта Мөхәммәт тауға бармаһа, тау үҙе Мөхәммәткә килер тигән әйтем йәшәй халыҡ араһында. Тап шуның һымаҡ, Башҡортостан вәкилдәре сит өлкәләрҙә көн итеүсе милләттәштәренә йыш барып тормағас, улар беҙгә үҙҙәре килде. Яңыраҡ Башҡортостандың Яҙыусылар союзында Пермь крайының Барҙа районы вәкилдәре менән йәнле аралашыу булды.
Милләттәштәребеҙ баш ҡалаға килеп еткәнсе Балтас районында ла туҡтаған, киң билдәле Аҡҡош кү­ленә сәйәхәт ҡылған. Башҡортос­тандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев ҡунаҡтарға китаптар, иҫтәлекле бүләктәр тап­шырҙы, киләсәктә Барҙа башҡорт­тарының ижады хаҡында һөйләшеү, бәлки, төбәктә лә ойошторолор тигән теләк белдерҙе. Идара ағзаһы, прозаик Ғә­лим Хисамов үҙ сығышында ғәйнә башҡорттары менән электән таныш булыуын, уларҙың еренә әллә нисә­мә тапҡыр сәфәр ҡылыуын, ижадын­да тормош-көнкүрештәрен яҡ­тыр­тыуын әйтеп үтте. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре Лариса Абдуллина менән Айгиз Баймө­хәмәтов ҡунаҡ­тарҙы шиғыр аша сәләмләне, китаптарын бүләк итте.
Барҙа башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ҡәҙерйән Зыятов:
– “Башҡортостан” гәзитен алды­ра­быҙ. Ундағы һәр һөйләмде, һәр һүҙҙе ентекләп уҡыйбыҙ ҙа, беҙ ҙә тап ошолай оҙон ялғауҙар менән һөйләшәбеҙ, нәҡ шулай аралаша­быҙ, тип ҡуябыҙ. Киләсәктә лә үҙ-ара бәйләнеште нығытып, хеҙмәттәшлек итәйек, – тине.
Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Йәштәр советы ағзаһы Эдуард Ишбаев:
– Барҙала күп һанлы милләттәш йәштәребеҙ йәшәй. Беҙ улар менән араларҙы нығытып, берҙәм эшкә тотонорға тип торабыҙ. Әле яңыраҡ Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә башҡорт йәштәренең төбәк ойошмаларын булдырып, киләсәккә пландар ҡороп ҡайттыҡ. Яҡын арала юлыбыҙ Барҙаға ла төшөр, беҙҙең һөйләшәһе һүҙҙәребеҙ, хәл итәһе мәсьәләләребеҙ етерлек, – тине. Үҙенең һүҙен шиғыр менән дә нығытып ҡуйҙы егет. Афарин!
Артабан Барҙанан килгән мил­ләт­тәштәребеҙ “Ватан” этноауылына юлланды. Элегерәк Өфөлә булған­дары Салауат Юлаев һәй­кәле янындағы үҙгәрештәргә таң ҡалып, ыңғай күренештәргә һоҡла­ныуын йәшермәне. Ҡала буйлап экскурсия ваҡытында ла тойолдо мәркәзгә ҡарата булған яҡты мөнә­сәбәт. Кискеһен ҡунаҡтар М. Ға­фури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма, йәнә “Нур” татар дәүләт драма театрҙары ҡуйған спектакл­дәрҙе ҡараны. Башҡорт китаптары, милли сувенирҙар һатыл­ған мага­зиндарҙан да буш сыҡманы мил­ләттәштәребеҙ. Милли музейға сәйәхәт, “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә вәғәз тыңлау шулай уҡ яҡты тәьҫораттар уятҡандыр, тип өмөт итәйек. Барҙа башҡорттарын “Башкирская кухня” кафеһындағы аш-һыу ҙа ҡыҙыҡһындырҙы. Ҡайҙан килеү­ҙәренә ҡарамаҫтан, милли ризыҡтар менән һыйлаған шундай ашха­наларҙың булыуы – бик маҡтаулы һәм ыңғай күренеш ул. Аллаға шөкөр, улар йылдың-йылы арта.
Йылы осрашыуҙан милләттәш­тәребеҙ ҡанатланып ҡайтҡандыр, тип өмөт итәйек. Ихлас аралашыуға ни етә!





Вернуться назад