Һәр ерҙә остаз кәрәк02.10.2015
– “Ҡөрьән Кәрим”де үҙаллы өйрәнергә мөмкинме? Әллә яныңда остаз булыу мотлаҡмы?

З. НӘҘИРОВ.
Балаҡатай районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү ғәләй­күм үә рәхмәтул­лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәш­тәр! Кешелек донъя­һы өсөн ҙур мөғжизә булған, ғилем-мәғ­рифәткә нигеҙ һал­ған бөйөк “Ҡөрьән Кәрим”дең беренсе аят кәримәһе “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тип башлана. Бына шулай, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ғилем Исламда иң юғары урында тора. Әҙәм балаһы уның аша ҙур дәрәжәләргә өлгәшә, белем ярҙамында башҡарылған эштең сауабы ла сикһеҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәренә ҡарағанда ла, араларында ғилем өйрәнеү зарурлығы хаҡында әйтелгәндәр бихисап.
Һис шикһеҙ, беҙ “Ҡөрьән Кәрим”де лә белергә тейешбеҙ. Бының өсөн тәү сиратта ғәрәп хәреф­тәрен өйрәнеү зарурлығы мәғлүм. Бөгөн, әл-хәмдү лил-ләһ, мәсеттәрҙә махсус курстар булдырыла башланы. “Ҡөрьән Кәрим”де дөрөҫ итеп өйрәнеү өсөн тәжүит тигән фән бар. Унда һәр хәрефтең нисек уҡылғаны, әйтелгәне, башҡа ҡанун-ҡағиҙәләр бирелгән. Әйтәйек, юлда саҡта төрлө билдәләргә буйһонабыҙ: ҡайһы ерҙә күпме тиҙлек менән барырға, ҡайҙа боролорға, туҡталырға, көтөп торорға... Шуның шикелле тәжүит тигән ғилем дөрөҫ алымдарҙы күрһәтә.
“Ҡөрьән Кәрим”де өйрәнеп, ғилемен башҡалар менән уртаҡлашҡан кешегә ҙур сауап насип булыр”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Изге китапты яңғыҙ өйрәнеү ифрат ҡыйын. Һәр ерҙә остаз булырға тейеш. Мәғлүм ки, бөгөн “Ҡөрьән Кәрим”дең аудио-һәм видеояҙмалары ла бар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, янда барыбер уҡытыусы булырға тейеш.
Иҫемдә, Бохараға уҡырға барғанда ҡайһы бер егеттәребеҙ байтаҡ сүрәләрҙе ятлаған ине. Остаздар башҡасараҡ, йәғни дөрөҫ уҡырға өйрәткән­лектән, уларға яңыса әйтелеш ҡыйыныраҡҡа тура килде. Хатта ки ҡайһы бер хаталарын төҙәтә лә алманылар. Уҡытыусыбыҙ ҙа – бөйөк шәхес Шаһбетдин ҡарый – “Ҡөрьән Кәрим”де ике тапҡыр өйрәнеүе, үҙаллы үҙләштереүгә ҡарағанда остаздан ғилем алыуҙың күпкә ауырға төшөүе хаҡында һөйләй торғайны.
Бөгөн, әл-хәмдү лил-ләһ, аят-сүрә өйрәнгән кеше байтаҡ. Өләсәйҙәр иһә элек-электән ейән-ейәнсәрҙәренә төрлө доға, Ҡөрьән уҡырға өйрәт­кән, был йола әле лә бар. Күркәм тәрбиә киләсәктә лә дауам итһен, иншаллаһ. Шул уҡ ваҡытта ғилемде тәжүиткә моафиҡ итеп өйрәнеү кәрәклеге хаҡында онотмаһаҡ ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. “Ҡөрьән Кәрим” беҙгә матур бер ҡомартҡы булып килгән, уға ҙур иғтибар, ихтирам күрһәтелергә тейеш. Уҡыған аят-сүрәләребеҙҙең мәғәнәһенә төшөнөү, уларҙы тормошта ҡулланыу зарур. Шул саҡта, иншаллаһ, өйрәнгәнебеҙҙән бәрәкәт килер. Был ғилем күңелдәребеҙҙе пакландырыр, йәшәүҙең ҡәҙерен белергә өйрәтер, кешелек донъяһына ихтирамды арттырыр, иманыбыҙҙы ҡеүәтләр, балаларыбыҙға хәйерле тәрбиә бирергә юл асыр, иншаллаһ.
Аллаһ Тәғәлә остаздарыбыҙға ла хәйерле бәрәкәт насип ҡылһын. Тиҙҙән улар – уҡытыусы­лар – күркәм байрамын билдәләй. Ғүмерен мәғ­рифәткә, ғилем өләшеүгә бағышлаған һоҡланғыс һөнәр эйәләрен ошо уңайҙан ихлас күңелдән тәбрикләп, уларға йән, тән сихәте, иман байлығы, изге эштәрендә уңыштар теләйем.
Хаҡ ғилем алырға ынтылып йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Шул саҡта барыр юлдарыбыҙ яҡты, күңелебеҙ бөтөн булыр, иманыбыҙ ҡеүәт алыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад