Йәштәр күңеле зарар күрмәһен02.10.2015
Билдәле, йәштәр араһындағы экстремизм, терроризм күренештәренә ҡаршы иң әһәмиәтле саралар – иҫкәртеүсе һәм тәрбиәүи проекттар. Был эштәрҙе тормошҡа ашырыусы төп тармаҡ, әлбиттә, мәғариф өлкәһе. Тап мәктәптәрҙә, колледждарҙа, юғары уҡыу йорттарында йәштәр шәхес булараҡ формалашыу юлын үтә.
Ошоно күҙ уңында тотоп, белем биреү учреждениеларында, шулай уҡ уҡытыусылар өсөн аңлатыу эштәре йыш уҙғарыла. Мәҫәлән, күптән түгел Башҡорт дәүләт университетында “Белем биреү даирәһендә экстремизмға һәм киҫкен идеология таратыуға ҡаршы тороу” тип исемләнгән семинар булды. Ойоштороусылары – республиканың Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет, Башҡорт дәүләт университеты һәм Өҙлөкһөҙ белем биреү институты. Һөйләшеүҙә республиканың төрлө район-ҡалаһынан тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресен алып барған 200-гә яҡын педагог ҡатнашты.
Мәғариф ойошмаларында хәүефһеҙлек сараларының комплекслы системаһын төҙөү мөһим тигән уртаҡ фекер яңғыраны сарала. Бының өсөн тәү сиратта педагогтарға экстремистик идеологияның асылы, уның алымдары, зарары тураһында аныҡ белем туплау мөмкинлеген биргән мәғлүмәт мөхите булдырыу зарур.
Сығыштарҙа республикалағы, илдәге дини тәрбиә, төрлө киҫкен ағымдарға ҡаршы көрәш саралары хаҡында бәйән ителде, фекер алышынды. Йәштәрҙе хәүефле юлдарҙан аралау менән бер рәттән, уларҙы толерантлыҡ, илһөйәрлек рухында үҫтереү мөһимлеге билдәләнде.