Туйышта элек-электән иманлы, ғилемгә ынтылышлы халыҡ йәшәгән. Ауыл бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, әле лә уның ҡап уртаһында Аллаһ йорто урын алған. Имам-хатип Мортаза Мөхәмәҙиев әйтеүенсә, мәсеткә халыҡ күпләп йөрөй. Йома көндө хатта күрше Байым, Ғәбдин ауылдарынан да киләләр.– Халҡыбыҙҙың иманға ҡайтыуы һөйөндөрә, – ти имам-хатип. – Улар дини байрамдарҙа күпләп ҡатнаша, йома намаҙҙарына ихлас йөрөй. Йәштәрҙең, айырыуса балаларҙың хаҡ юлға тартылыуы ҡыуаныслы.
Мәсеткә Белорет мәҙрәсәһенән килеп, дин дәрестәре үткәрәләр икән. Ошоғаса ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат бергә белем алһа, быйылдан уларҙы айырым уҡыта башлағандар. Йәйгеһен балалар өсөн дини һабантуй ойошторолған, унда йәш быуын вәкилдәре генә түгел, өлкәндәр ҙә ихлас ҡатнашҡан. Район буйынса үткәрелгән “Иман нуры” конкурстарынан да бәләкәй туйыштар еңеүһеҙ ҡайтмай. Имам-хатип Мортаза Мостафа улы уларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, төрлө сүрәләр өйрәтә. Ул үҙе уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты тарафынан “Иң яҡшы имам” исеменә лайыҡ тип билдәләнгән.
Туйыштар мосолмандарҙың иң изге байрамы Ҡорбанды матур итеп үткәреп ебәрҙе. Ауылда күптәр ҡорбан салды. Һәр ваҡыттағыса, бергәләп вәғәз тыңланылар, диндарҙар йәмәғәт намаҙын уҡыны. Халыҡ өсөн Ҡорбан ашы әҙерләнде, балаларға күңелле уйындар ойошторолдо.