Атыр таңдар тыныс булһын өсөн02.10.2015
Атыр таңдар тыныс булһын өсөн “Алтылағы – алтмышта”, тиҙәр халыҡта. Ҡорбан байрамы айҡанлы балалар өсөн ойошторолған үҙенсәлекле сара ошо әйтемде тормошҡа ашырыуға ҙур аҙым булды.


Йәшәйештә төрлө хәлгә осрағанда ғилем-һабаҡҡа мөрәжәғәт итмәй ҡал­майбыҙ. Үҙем иһә шатлыҡ кисерһәм дә, көйөнөс менән көрәшкәндә лә, ни өсөндөр, иң алда өләсәйемдең бала сағымда әйткән йылы кәңәштәрен, өйрәтеүҙәрен иҫкә алам һәм тап уларса эш итәм. Күңелдә уйылып ҡал­ған ҡағиҙәләрҙе оноторлоҡ, тыңла­маҫлыҡ түгел.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан­сыҡта барған тамаша ла кескәйҙәргә күркәм өлгө күрһәтеү, ғәҙеллеккә, татыулыҡҡа өйрәтеү, йәш күңелдәрҙе пакландырыу күренештәре менән биҙәлде. Бындай байрамдың тәүге тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, һәр уйын, сығыш тәрән мәғәнә менән һуғарылған. Балалар һүрәт төшөрөү бәйгеһендә, балыҡ тотоуҙа, көрәштә, башҡа бихисап конкурстарҙа үҙен һы­нап ҡараны. Зоопаркта йөрөү, ҡурсаҡ театрында сығыш яһау, атҡа менеү, хажға барыу уйындары ла кескәй­ҙәрҙең күңеленә хуш килде. Ҡөрьән сүрәләрен ятлау бәйгеһендә лә һынатманы улар.
“Солтан” балалар вокал студия­һын­да шөғөлләнгән малай һәм ҡыҙ­ҙарҙың мөнәжәттәре, ҡорбан салыуҙы сәхнәләштергән сығыштары сараға тантаналылыҡ өҫтәһә, оҙон һуҙылып киткән өҫтәлдәр, тәмле еҫ таратҡан ҡаҙан-самауырҙар байрамдағыларға мөләйемлелек, йылылыҡ өләште.
– Быйыл балалар өсөн ошондай фор­матта Ураҙа байрамын ойоштор­ғайныҡ, быныһын сират буйынса икенсе тип тә атай алабыҙ. Тәүгеһенә ике меңдән ашыу бала килде, ата-әсә лә ситтә ҡалманы. Байрамдың маҡ­саты – йәш быуынға йолаларҙы дөрөҫ үткәреү тәртибен өйрәтеү, диндең асылын төшөндөрөү. Өлкәндәрҙең белеп тә, яңылыш та кескәйҙәрҙе бындай мәғлүмәттән мәхрүм итеүе мөмкин. Әлеге сарала тойолған шат­лыҡ хистәрен һүҙ менән генә аңла­тырлыҡ түгел, сөнки был тамаша күр­кәм, ихлас, – тине байрамды ойоштороусыларҙың береһе Ишморат Хәйбуллин.
Сағыу ҡояш, тиҫтәләгән шарҙар, тәмлекәстәр, ҡыҙыҡлы уйындар... Бала өсөн ошонан да һәйбәтерәк күренгән нимә бар һуң донъяла?! Бәләкәйҙән ғилемгә, әҙәпкә, тәртипкә өйрәтелгән малай һәм ҡыҙҙар килә­сәктә йәмғиәтте тотоп торор, йәшнәп йәшәр ышаныслы быуын түгелме ни?! Ойоштороу йәһәтенән тыуған мәсьә­ләләр аҙ түгел, әммә уларҙың һәм­мәһен дә ихласлыҡ, берҙәмлек менән еңеп сығып була, күктәребеҙ, атыр таңдарыбыҙ ғына тыныс, аяҙ торһон.


Вернуться назад