Йылмайып-көлөп кенә02.10.2015
– Ҡыҙыҡай, ҡыҙыҡай, миңә туңдырма һатып ал әле!
– Альфонсмы әллә?
– Юҡ, пломбир!
* * *
– Тирә-йүндә шундай матур ҡыҙҙар күп, әммә береһе лә кейәүгә сығырға теләмәй, – ти бер егет.
– Ә һин ҡайҙан беләһең?
– Тәҡдим итеп ҡараным...
* * *
– Иҫке пинжәгем ҡайҙа? – тип һорай эшҡыуар ҡатынынан.
– Сүплеккә ташланым.
– Һин нимә, хәҙер һалым инспекцияһына мин нимә кейеп барырға тейеш?
* * *
– Әрмәнстан бәләкәй генә ил, ә әрмәндәр бөтә донъяны баҫып алған...
– Әрмәнстан ил түгел, әрмәндәрҙең офисы ғына.
* * *
– Алло, сәләм, һин ҡайҙа?
– Өйҙә. Ә һин?
– Ә мин һинең менән бер автобуста китеп барам!