ЙОНДОҘНАМӘ02.10.2015
ҠУҘЫ (21.03 – 20.04)
Һәр аҙымды уйлап баҫырға тырышығыҙ. Башҡара алмаҫтай бурыстарҙы үҙ иңегеҙгә алмағыҙ, башбаштаҡлыҡҡа юл ҡуймағыҙ. Был аҙнала һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ – быуындарығыҙ һыҙлауы бар.
БУҒА (21.04 – 21.05)
Эш урынында яңы ҡаҙаныштар көтә. Шуға күрә һәр ерҙә әүҙемлегегеҙ талап ителер. Уның ҡарауы, яҡындарығыҙ һеҙҙең яҡтан иғтибар кәмеүен тойоп, үпкәһен белдерер, моғайын. Хроник сирҙәрҙең көсәйеүе ихтимал.
ИГЕҘӘКТӘР (22.05 – 21.06)
Осор тыныс һәм тотороҡло булмаҡсы. Эш урынында үҫеш көтөлә, бер үк ваҡытта яуаплы бурыс йөкмәтелеүе лә ихтимал. Яңғыҙҙарға үҙ яртыһын табыу өсөн уңышлы мәл.
ҠЫҪАЛА (22.06 – 23.07)
Осорҙоң башы ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн ҡулай. Күңелегеҙ үҙгәрештәр көҫәй икән, ҡыйыу эшкә тотоноғоҙ. Яҡындарығыҙ һәр башланғысығыҙҙы хуплар. Һис юғында төҫ-ҡиәфәтегеҙҙе үҙгәртегеҙ.
АРЫҪЛАН (24.07 – 23.08)
Яңы таныштар менән һаҡ булығыҙ, алданыуығыҙ ихтимал. Асыуығыҙҙы яҡындарығыҙға төшөрмәгеҙ, сабыр булырға тырышығыҙ. Әүҙем эш һөҙөмтәһендә сәләмәтлегегеҙ ҡаҡшап ҡуймаһын, сара күрегеҙ.
ҠЫҘ (24.08 – 23.09)
Дошмандарығыҙ уяу, һаҡ тороғоҙ. Эш урынында ҡыйыу башланғыстар көтә, ләкин һәр ғәмәлде үлсәп башҡарырға кәңәш ителә. Яңғыҙҙарҙы ҡыҫҡа ваҡытлы романтик танышлыҡтар көтә, ә ғаилә ҡорғандарға үҙаллылығын яҡларға тура килер, моғайын.
ҮЛСӘҮ (24.09 – 23.10)
Кисектерә килгән эштәрегеҙҙе ахырына еткерергә ваҡыт. Ҙур ғына аҡса сығымы ла көтөлә. Мөхәббәт өлкәһендә үҙегеҙҙе ике юл сатындағылай тойорһоғоҙ. Мөнәсәбәттәргә нөктә ҡуйырғамы, әллә уларҙы дауам итергәме – тик һеҙҙең ҡулда.
САЯН (24.10 –22.11)
Ғаилә усағына, яҡындарығыҙ янына тартылырһығыҙ, моғайын. Тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр булмаҡсы. Бер аҙ ял да зыян итмәҫ. Өҫтәүенә һаулығығыҙ ҙа әүҙем эшмәкәрлеккә әҙер түгел кеүек.
УҠСЫ (23.11 – 21.12)
Шәхси мөнәсәбәттәрҙәге уңыштар хеҙмәт ҡаҙаныштарына илһамландырыр. Эш урынында үҫешкә өмөт итергә була. Аҙна ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бик ҡулай, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
ЫЛАҠ (22.12 – 20.01)
Һаулығығыҙ ҡаҡшар, эшкә һәләтегеҙ ҙә кәмер, моғайын. Осор башында ныҡышмалылыҡ ҡамасауламаҫ. Шәхси тормошоғоҙҙа ла тынғы юҡ. Һөйөү ҡанаттары ни тиклем бейегерәк күтәргән һайын, ергә төшөүе лә шул тиклем үк ҡыйын булмаҫмы икән?
ҺЫУҒОЯР (21.01 – 19.02)
Өр-яңы башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн бар белемегеҙҙе һәм тәжрибәгеҙҙе һалырға тура килер. Ихтыяр көсөн туплап, тырышып эш итегеҙ, сөнки киләсәгегеҙ тап шуға бәйле. Йондоҙҙар әйтеүенсә, һынауҙарҙы уңышлы үтерһегеҙ.
БАЛЫҠ (20.02 – 20.03)
Ярайһы уҡ мәшәҡәтле осор көтөлә. Көсөргәнеш һөҙөмтәһендә һаулығығыҙға зыян килмәһен. Күңелһеҙлеккә бирелмәгеҙ, ауыр саҡта яҡындарығыҙға таянығыҙ. Аҙна аҙағына барыһы ла яйланыр.