Шәхес итте беҙҙе ауыл мәктәбе02.10.2015
Ошо көндәрҙә үҙенең 50 йыллығын киң байрам иткән белем усағы – Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй дөйөм белем биреү мәктәбе – шәхсән үҙем өсөн бик яҡын һәм ҡәҙерле. Ҡайҙа ғына йәшәһәм, йөрөһәм дә ул күңелемдең гел түрендә, ҡәҙерле уҡытыусыларым күҙ алдымда булды. Был тәбиғи, сөнки үҙем дә остаздарым юлын һайланым, мәктәптән, балаларҙан бер ваҡытта айырылманым.

Бала саҡтан хәтеремә уйылып ҡалған: уҙған быуаттың 50-се йылдары аҙағында “Фрунзе” колхозы үҙәге тотошлайы менән Һәүәләй ауылына күсерелде. 1962 йылда яңы урта мәктәп төҙөлдө. Колхоз рәйесе Усман Нәзиров үҙ еренең ысын патриоты булған икән: ауыл тиҙ арала ҙур булмаған ҡаласыҡты хәтерләтә башланы, ябай колхозсылар бар уңайлыҡтары булған ике ҡатлы таш йорттарға күсте.
Ауыл инфраструктураһы күҙгә күренеп киңәйҙе. 1965 йылда бында махсус проект менән һалынған яңы мәктәп ишектәрен асты, 300-ҙән ашыу уҡыусыны һыйҙырҙы ул. Беҙгә, Бишауыл-Уңғар ауылынан бер төркөм малай һәм ҡыҙға, 1968 – 1970 йыл­дарҙа ошо белем усағында уҡыу бәхете тейҙе. Түбәнге һәм Үрге Төкөн, Ҡарлыман, Ҡабаҡ ауылдарынан килгәндәр мәктәп эргәһендәге интернатта ятып уҡыны, ә беҙ, Мансаҙы, Ибраһим, Бишауыл-Уңғар балалары, көн дә биш-алты саҡрымды йөрөп белем алдыҡ. Зарланыу булманы, ҡайһы саҡ көнөнә ике урай торғайныҡ.
Һәүәләй урта мәктәбе уҡытыусылары, етәкселәре һәр саҡ йылы хәтирәләр менән иҫкә төшә. Директорҙарыбыҙҙан уңдыҡ: Ғабдрахман Хәмит улы Әлмөхәмәтов, Рафил Ислам улы Халиҡов ысын уҡы­тыусы, талапсан етәксе, оҫта ойоштороусы ине. Уларҙың эше ни тиклем ауыр һәм яуап­лы икәнен бер аҙҙан, үҙем Алайғыр һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең директоры бу­лып эшләй башлағас, тағы нығыраҡ аңла­ным. Ә улар райондағы төрлө кә­ңәш­мәләрҙә үҙ итеп, яныма килә һалып хәл-әхүәл белешер, эшем менән ҡыҙыҡ­һы­ныр ине. Мәҫәлән, Рафил Ислам улының ни тиклем юғары кимәлдәге директор булыуын шу­ның менән аңлатам: унынсыла, шул заман­дағы модаға эйәрептер, сәс ебәргәйнем. Беҙҙең класҡа килеп ингән етәксе һабаҡташтарыма:
– Ни эшләп Фәнзилгә әйтмәйһегеҙ, сәсе бик оҙон бит, ә ул елкәһендәген күрмәй, – тип “асыуланды”. Был, әлбиттә, “Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла!” ине. Ә ниндәй тотанаҡлылыҡ, уҡытыусы этикаһы! Иртәгәһенә үк сәсем шәп егеттәрҙеке кеүек булды. Остазымдың тормош һабағы, тәр­биә ысулы мәңгегә хәтеремә уйылып ҡалды.
Абдрахман Хәмит улы ла ябай һәм кешелекле булып хәтеремдә йәшәй. Тарих дәресендә: “Йә, кем мин һөйләгәндәр менән риза түгел, бәхәсләшергә теләй?” – тип һорар ине. Әллә кем булып, бәхәслә­шеп маташҡандар аңымда уйылып ҡалған. Быныһын хәҙерге методистар “Хеҙмәт­тәшлек педагогикаһы” тип атай. Ғөмүмән, тарих, йәмғиәт белеме буйынса уҡытыу­сы­ларымдан уңдым. Хәҙисә апай Зиннәтул­лина яйлап ҡына, тәмләп кенә тарихи ваҡиғаларҙы һөйләр, проблемаға индерер ине. Тарих һәм йәмғиәт белеме ғүмерем буйы кәрәкле предмет булды. Әрмелә киске партия мәктәбендә белем алыуым, Свердловск педагогия институтында дәү­ләт имтихандарында “Фәнни коммунизм”­ды әҙерлекһеҙ тапшырыуым да шуның һөҙөмтәһе булды, шикелле.
Теүәл фәндәрҙән Римма менән Рәйес Рамазановтар – ғүмер буйы маяғым минең. “Ысын уҡытыусы ниндәй була?” тип һораһалар, улар – Рамазановтар, тип әйтер инем. Ыҫпай, матур буй-һынлы, иҫ киткес иғтибарлы, кешелекле... Әле лә Римма Мостафа ҡыҙы менән йыш осрашып торам, һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Ә Рәйес Яхъя улының теореманы аңлатып бөткәс: “Бына шуны иҫбатларға инек тә!” – тигәне ҡолаҡта яңғырап тора. Ауыр мәл­дәрҙе еңеп сыҡҡас, эсемдән генә яратҡан уҡытыусымдың һүҙҙәрен ҡабатлайым. Баҡтиһәң, беҙ ғүмер буйы үҙебеҙҙе, шәхес булыуыбыҙҙы иҫбатлап йәшәйбеҙ икән. Был – тормош теоремаһы! Иртә китте Рәйес ағай. Ярай әле, алтмышына ҙур итеп портретын яҙҙырғайным, бик ҡыуанғайны...
Уҡытыусыларым артабанғы тормошом­да гел юлдаш булды миңә. Биология фә­ненән остазым Зыя Юлмөхәмәтов – шу­ларҙың береһе. Үҙ предметын йәне ке­үек һөйҙө Зыя Хажиәхмәт улы. Мәктәп яны баҡ­саһы ялт итеп торҙо, шунда хеҙмәткә өй­­рәндек. Зыя ағай 1975 йылда рес­пуб­ликабыҙҙа тәүгеләрҙән булып уҡыусы­лар­ҙың етештереү бригадаларын бул­дырҙы, стационар ял һәм хеҙмәт лагеры эшләне. 1980 йылда ошо лагерҙа республика яры­шы уҙғарылды хатта. Иванова Лидия 1984 йылда Омскиҙа уҙға­рылған Рәсәй ярышында машина менән һыйыр һауыу буйынса бәйгелә 3-сө урын яуланы. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн уҡы­тыусым “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” исеменә лайыҡ булды. Йәмәғәте Мәбүрә Мырҙахан ҡыҙы иһә үҙен көслө урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп танытты, СССР уҡытыусылары съезы делегаты, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры булды. Оҙаҡ йылдар мәктәбебеҙҙә ди­ректорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. Урындары йәннәттә булһын уҡытыусыларымдың.
Класс етәксебеҙ, Илеш районы ҡыҙы Клара Шакир ҡыҙы Шакирйәнова беҙгә БДУ-ның сит телдәр факультетын тамамлап килде, немец теленән уҡытты. Йәш, иҫ киткес белемле, итәғәтле уҡытыусыбыҙ тиҙ арала иң яҡын дуҫыбыҙға, кәңәшсебеҙгә әүерелде, төрлө ауылдарҙан йыйылған балаларҙы берҙәм коллективҡа тупланы. Ә уҡыуҙан тыш ниндәй генә саралар үткәр­мәнек! Улар барыһы ла тәрбиә һәм белем биреүгә йүнәлтелгән булған икән. Уҡытыу­сыбыҙ бик моңло итеп йырлар ине. Класыбыҙ менән Мансур Мозафаровтың “Тыуған яҡ” йырын башҡарырға яраттыҡ. Әле килеп, уҡытыусымдың, хәҙергесә әйт­кәндә, профориентация үткәргәнен дә аңланым. Клара Шакир ҡыҙының: “Һиңә мотлаҡ филология буйынса уҡырға кәрәк”, – тигән һүҙҙәренә рәхмәтлемен. Нисек аңлаған, нисек тойомлаған бала күңелен! Күрәһең, ул йылдарҙа мәктәбемдә үҙ эшен яратҡан алдынғы ҡарашлы педагогтар хеҙмәт иткән, белем орлоҡтарын сәскән, шәхес тәрбиәләгән. Уҡытыусыларымдың барыһының да исем-шәрифтәрен һанап сығыуҙы, байтаҡ йылдар уҙғас, барлыҡ хеҙмәттәренә баһа ҡуйыуҙы маҡсат итмә­нек. Күпме һанаһаң да, уҡытыусы хеҙмә­тенә теүәл баһа биреп тә булмайҙыр. Шуныһы асыҡ: мәктәп йылдарыбыҙ матур хәтирәләр булып йәшәй бирә.
Шәхсән үҙем Һәүәләй мәктәбе менән арамды бер ваҡытта ла һыуытманым, барып торам, педагогик коллективтың эше менән даими ҡыҙыҡһынам. Ҡыуанысым ҙур. Мәктәбем бөгөн дә ырамлы аҙымдар менән киләсәккә атлап бара. Беҙ белем алған бина күптән яңыртылған. Элеккеһе урынында – спорт майҙансығы. Ике ҡатлы яңы мәктәп ауылға йәм биреп ултыра. Һуңғы осорҙа эшләгән етәкселәр Илдар Садиҡов һәм Наталья Әхмәтовалар бар тырышлығын һалып мәктәптең данын күтәрә. Һәүәләй урта мәктәбе һәр ваҡыт районда иң алдынғы белем усаҡтарының береһе булып килә. Уҡыусылар спортта, үҙешмәкәр сәнғәт өлкәһендә ҙур уңыштар яулай. Мәҫәлән, Айҙар Мөхәмәтгәрәев – “Яҙғы тамсылар”, Илүзә Абдрафиҡова “Һаумы, һаумы, әкиәт!” республика кон­курс­тарында 2-се урынды яуланы. Элина Ғәҙелшина, Ләйсән Ихсанова һәм Резеда Биктимерова волейбол, көрәш буйынса республика чемпиондары исемдәренә лайыҡ булды. Уҡыусылар предмет олимпиадаларында ла алдынғылыҡты бирмәй. Быларҙың барыһы ла – мәктәптең матур эш һөҙөмтәһе.
Сығарылыш уҡыусылары ла туған мәк­тәбенең данын күтәрә. Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, танылған педагог Рим Исхаҡов, медицина фәндәре кандидаттары бер туған Әхмәровтар, психология фәндәре кандидаты Әлмира Ғир­фатова һәм башҡалар – ауылыбыҙҙың даны. Туған мәктәбем менән ғорурланам, уҡытыусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен.
Ауыл мәктәбе беҙгә белем һәм тәрбиә бирҙе, шәхес итеп үҫтерҙе. Үҙемә килгән­дә, ауылымда алған белемем өс юғары уҡыу йортонда уҡырға ярҙам итте, филолог, дефектолог һәм юрист һөнәрҙәрен алдым. Иң мөһиме – туған телемә, баш­ҡорт теленә һөйөү мәктәбемдә уянды. Туған телдән дә ҡәҙерле нәмә юҡ.

Фәнзил САНЪЯРОВ,
филология фәндәре кандидаты,
доцент.



Вернуться назад