Рәми Ғарипов исемендәге конкурс25.02.2012
Өфө урамында
Дауыт АМАНГИЛДИН

Алтмышынсы йылдар.
Өфө буйлап
“Эт һуғарам” бер ял көнөндә.
Өс теремек ағай юлды бүлде,
Һөйләшәләр башҡорт телендә.

Икәүһе, әй, һорауҙарға күмде:
Атың кем дә, ырыуың һәм ерең?
Ыҡ-мыҡ итеп торғас, һаҡалтайы
Битәрләне, ҡашын емереп.

Сәмләнеп мин яуап биргәс, шулай,
Йылмайышты алсаҡ ағайҙар.
— Был бит минең яҡташ, — ти оҙоно, —
Бәйләнмәгеҙ әле, малайҙар.

Ләм-мим һүҙ ҡатманы олорағы,
Битарафтан микән булмышы?
Ә күҙҙәре бигерәк моңһоу ҡарай —
Тынғыһыҙҙыр йөрәк һулышы?

Әңгәмәбеҙ оҙаҡ һуҙылманы —
Февраль еле биткә ҡағыла.
Рәми. Рауил. Рәшит*. Ҡулды ҡыҫып,
Юлландылар Иҙел яғына.

Ни кисерҙе икән моңһоу шағир
Милләттәшен күреп урамда?
Ни уйланы икән бөйөк шағир
Мәктәптәш тә ҡусты** хаҡында?

Йылдар араһынан фаразлайым,
Аңлашыла шағир булмышы:
Ҡул-аяғы — бығау, рухы — сырмау,
Иркен түгел күкрәк һулышы!

Мәктәптәшен күреп баш ҡалала,
Нескәргәндер шағир йөрәге!
“Азат булһын ине был балаҡай!” —
Шул булғандыр уның теләге!

————————————
*Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Рәшит Солтангәрәев.
**Интернат уҡыусылары үҙҙәрен “беҙ — бер туғандар” тип йөрөтә.


Сигенмәбеҙ
Бәхтейәр

Еребеҙгә ҡайһы ғына
Үрелмәһен ят ҡулдар,
Сигенеү юҡ —
Урынынан
Ҡуҙғалмаясаҡ Урал!

Илде һаҡлап яуға ҡаршы
Милләттәр баҫҡас бергә,
Әйтелгән:
Рәсәй ҙур, тик юҡ
Унда ер сигенергә!

Сигенмәбеҙ —
Бүтәнсәрәк
Яңғырай йылдар аша:
Рәсәй ҙур, тик юҡ беҙгә ер
Ғәзиз Уралдан башҡа!

Ирҙәр тыуа
Ризван ХАЖИЕВ

Һуғыш уты өсөн тыумай ирҙәр,
Йөрәк ярып сығып донъяға.
Тыуа улар һуғыш булмаһын тип,
Тыуа улар бәхет дауларға.

Кем һиҙмәгән әсә яратыуын,
Кем тоймаған ата шатлығын?
Кемдәр теләр ине әсәһенең,
Атаһының яңғыҙ ҡартлығын?

Ирҙәр тыуа, о-о, ниндәй шатлыҡ!
Ирекһеҙҙән күҙҙәр йәшләнә.
Улар ҡулы менән Ер йөҙөндә
Иҫ китмәле эштәр эшләнә.

Әллә шуға күҙҙәр йәшләнә,
Әллә шуға әсә йәшәрә.
Тоҡомоноң ишәйеүен күреп,
Йәшле күҙен ата йәшерә.



Яуға сапһаң ине...
Ҡарлуғас ИШЕМҒОЛОВА

Гел оҡшаны ҡара сәскәләр,
Ерҙә түгел — ташта үҫкәндәр.
Булмағанды күңел һораусан.
Бер ҡасан.

Ҡыҙыл сейә төҫлө ҡар яуһа,
Шул ҡарҙарҙан буран ҡоторһа,
Аҡ еләнем кейеп сабырмын!
Ҡалырмын.

Икенсе мәл ҡояш тотолһа,
Башты әйләндереп. Ҡотолһам,
Сиған ҡыҙы булып йырлармын.
Сыңлармын.

Аҡҡоштоң да оҡшай ҡараһы,
Ҡара ҡоштоң ҡара яраһы.
Үҙем генә ҡорған тоҙаҡҡа
Ҡаҡлыҡһам.

Бәүелсәккә ҡотҡо һалынған,
Күңелемә уйып яҙылған:
“Йәшәгән, ти, ерҙә батырҙар...”
Саҡырырҙар.

Саҡырырҙар әле —
Күңел ҡара сәскәле.


Вернуться назад