Юҡһыныу02.10.2015
Рәсимә апайға

“Үҙ ҡулдарым менән әҙерләгән
Һуңғы китабымды килтерҙем”, —
Тинең, Рәсимә апай. Һүҙҙәреңдән
Күңел тетрәнеүе кисерҙем.

Фәрештәләр бышылданымы икән,
Булдыңмы әллә үҙең әүлиә...
Китеүеңде белеп шаңҡығанда,
Йәнгенәйем меңгә теленә.

Даръя кеүек күңел киңлегеңдә
Мөлдөрәмә булды ихласлыҡ.
Ҡояш нурҙарының йылыһына
Тиң булғандыр ошо оҡшашлыҡ.

Кәңәш бирһәң, гел урынлы булды,
Өйрәткәнең барҙы етәкләп.
Телдең нескәлеген балаға ла,
Әртискә лә бирҙең ентекләп.

Телдең түле ҡоромаһын өсөн
Ғүмер буйы ажар көрәштең.
Егәрлелек менән егелгәнгә
Ил алдында тауҙай хеҙмәтең.

Әйтер һүҙең илһам ҡанатында
Йөрәк моңдарына әйләнде.
Халыҡ ижадының һутына манып,
Тилбер тирбәлдерҙең ҡәләмде.

Юҡһыныуҙан моңһоу тәбиғәт тә
Һабышҡандай, ана, һарыға.
Һинһеҙ йәшәүҙәрҙең ауырлығын
Йөкмәп, нихәл алға барырға,
Ҡайҙан ғына ҡөҙрәт алырға?..


Вернуться назад