Хеҙмәттән туҡылған бәхет02.10.2015
Хеҙмәттән туҡылған бәхет Бала сағы ауыр һуғыш осорона тап килгән ветерандарҙың яҙмышы бер-береһенән әллә ни айырылмай: аслыҡ-яланғаслыҡ, күп михнәт аша белем алыу, бәләкәйҙән колхоз йөгөн тартыу, фәҡәт эшһөйәрлек һәм лайыҡлы йәшәргә ынтылыш арҡаһында тормош һынауҙарына бирешмәү, матур ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү һәм хеҙмәттән йәм табыу.
Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Зиннәт Ҡорманаев та – тап шундайҙарҙан.
— Элек ауылдағыларҙың барыһы ла фермала эшләне. Кемдер быҙау ҡараны, һарыҡ көттө, бәғзеләре һыйыр һауҙы. Яҙлы-көҙлө һары таңдан ҡара төнгә тиклем иген сәсеү, урып йыйыу эшенә беҙҙең кеүек әле быуыны ла ҡатып өлгөрмәгән бала-сағаны саҡыралар ине. Мәктәпкә колхоз эше тамамланмайынса барманыҡ, — тип хәтерләй Зиннәт Дәүләтҡол улы.
Күптәр уны Шайморатов исемендәге колхозда тәүге ир һа­уын­сы булараҡ яҡшы белә. Был һөнәрҙе ул икеләнмәйенсә һайлаған, көнөнә утыҙар һыйырҙы ҡул менән һауырға тура килгән.
— Ваҡыты шулай булдымы икән, ул осорҙа күрше Аһылай, Рәхмәт ауылдарында ла бер нисә ир һауынсы һөнәрен үҙ­ләш­тер­ҙе. Комсомол шулай ҡуша тигәндәрҙер, күрәһең, — ти уҙа­ман. — Әммә мин һөнәрем менән ғорурланам. Уйлап ҡара­ғанда, ул ҡатын-ҡыҙ өсөн ауыр, бигерәк тә ҡул менән һауған ваҡытты иҫәпкә алғанда. Тулы биҙрәләрҙе күтәреп йөрөү тиһеңме, ауыр бидондарҙы ташыумы — еңелдән түгел. Һыйырҙарҙы аппараттар менән һауа башлағас, әлбиттә, эш күпкә еңеләйҙе.
Артабан Зиннәт Ҡорманаев оҙаҡ йылдар колхоздың алдынғы мал табибы булып эшләгән, колхоз-совхоздар тарҡалғас, мәктәптә хужалыҡ эштәрен алып барған. Ниндәй генә ерҙә йөрөһә лә, үҙенең тура һүҙлелеге, вәғәҙәһендә тора белеүе, бурысына яуаплы ҡарауы менән ихтирам яулаған ул. Йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнашҡан, оҙаҡ йылдар ауылдың ветерандар советы рәйесе булған.
Зиннәт олатай хәләл ефетен дә ҡыҙыу эш ваҡытында осратҡан. Күрше Ниязғол ауылы ҡыҙы Флүрә апай менән биш балаға ғүмер биргән улар. Колхозда эшләргә лә, йорт мәшәҡәттәрен теүәлләргә лә, балалар тәрбиәләргә лә өлгөргән Флүрә Ҡорманаева.
Бар ғүмерен тыуған ауылына, тыуған еренә бағышлаған Флүрә менән Зиннәт Ҡорманаевтарҙың бергә йәшәүенә 50 йыл тулып үткән. Хеҙмәт ветерандары әле лә сафта: йорт хужабикәһе баҡсасылыҡ менән шөғөлләнһә, ҡарты уға ярҙам итә. Баҡсаларында ниндәй генә сәскәләр күҙҙең яуын алып үҫмәй! Алмалары балланып, баландары ҡыҙарып ултыра. Бәхетле ҡартлыҡтарын тулыландырып, ете ейән-ейәнсәре янында көләкәс бүләсәрҙәре Рияна шаярып йөрөй. Күптән түгел ғаилә башлығы күркәм юбилейын — 75 йәшен билдәләне. Уға һәм хәләл ефетенә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ.







Вернуться назад