ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ02.10.2015
Күп балалы әсәгә – хаҡлы ял
Өс балам бар. Хеҙмәт стажым – 17 йыл. 50 йәштән һуң хаҡлы ялға сыға аламмы?
Зәйнәп.
Салауат ҡалаһы.
Юҡ, һеҙ бындай ташламанан файҙалана алмайһығыҙ. Биш бала тапҡан һәм тәрбиәләгән йәки инвалид ҡыҙ йә ул үҫтергән 50 йәштәге ҡатын ғына бындай хоҡуҡҡа эйә. Өҫтәүенә уның хеҙмәт стажы 15 йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.
Хоҡуҡтарығыҙҙы даулағыҙ
Хәрби пенсионерҙың тол ҡатынымын. Иремдең пенсияһын үҙемә юллайым тип йөрөй башлағайным, ҡаршы төштөләр һәм бының тик суд аша ғына мөмкин булыуы хаҡында әйттеләр. Дөрөҫмө икән?
Сәлимә.
Өфө ҡалаһы.
Ѓаиләне ҡараусыны юғалтыу буйынса пенсия быға тиклем мәрхүм ҡарамағында булған һәм хеҙмәткә яраҡһыҙ ғаилә ағзаларына бирелә. Є бының өсөн ике шарт үтәлергә тейеш. Беренсеһе – инвалид булған йәки 55 йәше тулған ҡатын йә башҡа ғаилә ағзаһы. Икенсеһе – кемдеңдер ҡарауына мохтажлыҡ. Ћеҙгә килгәндә, үрҙә әйтелгән бар шарттар ҙа үтәлә. Шуға ирегеҙҙең пенсияһын алыу хоҡуғына эйәһегеҙ. Был мәсьәләне Пенсия фондының комиссияһы ҡарай. Єгәр улар һеҙгә ҡарата инҡар итеү тураһында ҡарар сығарған икән, яҙма рәүештә яуап биреүҙәрен талап итегеҙ. Уның нигеҙендә юғары органдарға, судҡа йәки прокуратураға ялыу яҙырға мөмкин.
Иҫәпкә алына
“Хеҙмәт ветераны” исемен алыу өсөн эш стажы етеңкерәмәй. Бының өсөн ярты ставкаға эшләгән осор иҫәпләнәме икән?
Альберт.
Ағиҙел ҡалаһы.
Рәсәй Хөкүмәте 2002 йылдың 24 июлендә ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, ярты ставкаға эшләгән ваҡытты ла хеҙмәт стажына индерергә мөмкин. Шуға пенсия бүлексәһендә был осорҙо ла иҫәпкә алырға тейештәр.
Эх, атай....
Ҡустым менән миңә өс һәм ете йәш саҡта атай-әсәйебеҙ айырылышты. Шуға әсәйем менән беҙ икенсе ҡалаға күсеп китергә мәжбүр булдыҡ. Унда беҙгә ярҙам итерлек туғандарыбыҙ йәшәй. Атайыбыҙ 18 йәшебеҙ тулғансы алимент түләһә лә, беҙҙе тәрбиәләүҙә, белем алыуҙа ҡатнашманы. Исмаһам, бер тапҡыр ғына булһа ла тыуған көнөбөҙ менән ҡотлаһа, килеп хәлебеҙҙе белешһә ине. Өсөнсө ҡатыны менән дә айырылышып, инвалид булып ҡалғас, беҙ иҫенә төштөк: хәҙер килеп үҙен тәрбиәләшеүебеҙҙе һорай. Бының өсөн ул беҙгә фатирын ҡалдырасаҡ, йәнәһе. Юғиһә, судҡа биреп, алимент түләттерәм тип янай. Фатирҙан баш тартыуын-тарттыҡ. Є бына уға алимент түләүҙән ҡотолоп буламы?
Әлфиә.
Сибай ҡалаһы.
Әлегә атайығыҙ иҫән, шуға фатирҙан баш тартыу мәсьәләһе бер нәмәне лә хәл итмәҫ, сөнки яҡын кешегеҙ үлгәндән һуң алты ай үткәс кенә күсемһеҙ милектән баш тарта алаһығыҙ. Бынан тыш, атайығыҙҙы ҡарау-ҡарамау мәсьәләһе фатир менән бер нисек тә бәйле түгел. Шуға күрә ул һеҙҙе судҡа биреп, алимент түләтә ала. Є уның күләме матди хәлегеҙҙән сығып билдәләнә. Єлегә суд ҡарары юҡ, шуға аҡса түләргә кәрәкмәй.