Кроссворд25.02.2012
КроссвордГоризонталь буйынса: 4. Кешенең булмышын, физик хәлен сағылдырған бит, йөҙ. 7. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең тамырына йәбешеп, уларҙың һуты менән туҡлана торған төҫһөҙ паразит үҫемлек. 8. Ни менән булһа ла билдәләнгән (мәҫәлән, таш, баҡыр) бер тарихи осор. 9. Күк есеменең юлы. 11. Өйөр башлығы. 14. Кемдеңдер тормошон һүрәтләүсе яҙыусы. 18. Фотоны ҡара. 21. Теге донъяның бер өлөшө. 22. Фотоны ҡара. 23. Урам һуғышындағы нығытма. 24. Күп итеп һалам ҡушып баҫҡан төҙөлөш балсығы. 25. Ауырыу, сир. 26. “Юҡҡа (...) итмә — ер йотор”. 28. Турист сатыры. 30. Сәй, шәкәр, он, ярма кеүек аҙыҡ-түлек. 31. Фотоны ҡара. 32. Хәстә һүҙе ҡайһы телдән алынған? 33. Ҡуртым. 34. Венгр милли ашамлығы.
Вертикаль буйынса: 1. Фотоны ҡара. 2. Бер күҙәнәкле ябай йән эйәһе. 3. Хат, гәзит-журнал, аҡса кеүек нәмә йөрөтөп ташыусы элемтә ойошмаһы. 5. Сай, тәлмәрйен ебәге. 6. “Намаҙға (...) ярашыр, һүҙгә ҡаҙан ярашыр”. 10. Уҡ япраҡлы, төрлө төҫтәге ойҡам сәскәле күп йыллыҡ бейек үҫемлек. 12. Ағастың юнғандан, сапҡандан һуң ярылып уңалған урыны, йөйө. 13. Иртә яҙғы сәскә. 15. Ғәҙәттән тыш бәләкәй кәүҙәле ҡатын-ҡыҙ. 16. Кешенең эсендә йәшәй торған паразит ҡорт. 17. Кимоно нимә ул? 19. Ике тәгәрмәсле еңел арбаға егелеп, кеше йөрөткән һәм йөк ташыған тай (йылҡы түгел). 20. Ике яҡтағы ҡушар бағана араһына аҫлы-өҫлө һайғау һалып ҡына кәртәләнгән ҡапҡа. 24. Махсус хәрби мылтыҡтан оҫта атҡан мәргән. 27. Тутыйғош. 28. Өләсәйҙең абруйын билдәләгән аҡса. 29. Географтың “ебәк туҡымаһы”. 30. Айырып күрһәтеү өсөн ҡуйылған тамға.
Дилар төҙөнө.


Вернуться назад