Әгәр йорттарҙа йылы һәм яҡты булһа, крандарҙан һыу килеп торһа, тормош-көнкүреш итеү күпкә еңел икәнлеге бәхәсһеҙ. Үрге Тәтешле ауылы халҡына әлеге уңайлыҡтарҙы “Коммсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тыуҙыра. Йәмәғәт ойошма, предприятиеларҙы һәм халыҡты йылылыҡ энергияһы, һыу менән тәьмин итә, ағынты һыуҙарҙы таҙарта, торлаҡ фондына идара итә, бер үк ваҡытта йылылыҡ системаһын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә.Коллективтың эш даирәһе киң, һәм ул халыҡтың имен йәшәүен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Бында ысын-ысындан үҙ һөнәренең оҫталары тупланған. Предприятие кәрәкле барлыҡ белгестәр менән тәьмин ителгән. Инженерҙар, иҡтисадсылар һәм финанс хеҙмәткәрҙәре, юрист, слесарҙар, машинистар һәм операторҙар — һәр ҡайһыһы белемле һәм тәжрибәле белгес һанала. Етәкселәрҙән дә уңған коллектив. Предприятиены тәү башлап етәкләгән Рәмил Йәмилев үҙидара органдарына эшкә күскәс, “дилбегә”не торлаҡ-коммуналь өлкәлә тәжрибәле, талапсан һәм инициативалы Әхәт Хәйерзамановҡа тапшырған. Коллектив эшсәндәре үҙҙәренең уңыштарын хаҡлы рәүештә Әхәт Әсҡәт улының етәкселек оҫталығы менән бәйләй.
Был көндәрҙә предприятие тулы әҙерлек менән сираттағы йылытыу миҙгелен башларға тора. Улар ҡарамағындағы ҡеүәтле өс ҡаҙанлыҡ ҡыштың иң ҡаты һалҡындарында ла биналарҙы тейешенсә йылытыу мөмкинлеген бирә.
Үрге Тәтешле ауылы халҡы предприятие хеҙмәтләндергән һыу үткәргестән файҙалана. Һыу Уяҙыбаш ауылы янындағы шишмәләрҙән сығарыла. Уның сифаты норматив талаптарға тулыһынса яуап бирә. Ҡеүәтле насос станцияһы аша тәүлегенә бер мең кубометрҙан артығыраҡ һыу үтеп, ҡулланыусыларға барып етә. Һуңғы йылдарҙа һыу селтәре яңыртылған. Яңы биҫтәләрҙең һыуға ихтыяжын иҫәпләп, селтәрҙе киңәйткәндәр. Һанаулы ваҡыт эсендә ауыл урамдарына 30 километрға яҡын торба һуҙғандар. Шулай уҡ яңы Төньяҡ биҫтәһенә һыу биргәндәр. Һыу селтәрҙәренең дөйөм оҙонлоғо 80 километрға яҡын тәшкил итә.
Хәҙер һәр хеҙмәт участкаһында энергия һаҡсыллығы алғы планға ҡуйыла. Шул маҡсатта заманса насостар урынлаштырғандар. Йылылыҡ трассалары пенополиуретан торбалар менән яңыртыла.
“Коммсервис” йәмғиәте тармаҡтағы күп предприятиеларға йәнә шуның менән үрнәк булып тора: бында хеҙмәт хәүефһеҙлеге һәм эш шарттарын яҡшыртыу производствоның төп талабы итеп ҡуйылған. Эш урындарының техник йыһазланышын, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һәм гигиена талаптарының үтәлешен даими тикшереп торалар. Шул уҡ ваҡытта билдәләнгән график буйынса һөнәри-техник уҡыуҙар ойошторола. Производствола бәхетһеҙлек осраҡтарына урын ҡалмаһа ла, хеҙмәткәрҙәр эштә йәрәхәт алыуҙан һәм һөнәри ауырыуҙарҙан страховкаланған.
Ғөмүмән, предприятие социаль йүнәлтелгән эшмәкәрлек алып бара. Дәртләндереү саралары бар. Йөклөлөк һәм бала тыуҙырыу осорондағы ялдағы ҡатын-ҡыҙ балаһына өс йәш тулғансы уртаса хеҙмәт хаҡы күләмендә пособие ала. Стажировка үтеүселәргә, төнөн эшләүселәргә, һөнәри конкурстарҙа еңеүселәргә, юбилярҙарға, балаһын яңғыҙ тәрбиәләгәндәргә, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға, эштән киткән пенсионерҙарға аҡсалата ярҙам саралары ҡаралған. Хеҙмәт кешеһен юғары баһалаған совет осорон хәтерләтеп, иң лайыҡлы хеҙмәткәрҙәрҙең рәсеме Почет таҡтаһына ҡуйыла. Әлеге саралар хеҙмәт кешеһенең иртәгәһен ышаныслы итә, эшкә дәртләндерә.
Коллективты алда ҙур эштәр көтә. Үрге Тәтешле ауылының киләсәкке үҫешенә ярашлы, үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү селтәрен тағы ла киңәйтергә иҫәпләйҙәр. Яңы һыу үткәргестәр һуҙыу иҫкеләрен алмаштырыу менән бергә алып барыласаҡ. Коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу, хаҡын кәметеү, йылылыҡ энергияһы менән тәьмин итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү, сығымдарҙы кәметеү маҡсатында блок-модулле ҡаҙанлыҡтар урынлаштырыу һәм йылытыуҙың “фатир системаһы”на күсеү көнүҙәк бурыс итеп билдәләнгән. “Коммсервис” был эштәрҙе башларға бөгөндән әҙер.