Киләһе йылда — ял көндәре30.09.2015
2016 йылдың ғинуарында Башҡортостан халҡын ун көнлөк ял көтә. Ошо көндәрҙә киләһе йылда ял көндәрен күсереү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйылды.

Февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бәйле өс, мартта иһә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ­ҙар көнө айҡанлы дүрт көн ял итәбеҙ. 2 һәм 3 ғин­уарҙағы байрам көндәре шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килә. Улар 3 майға, 7 март­ҡа, ә 20 февраль — шәмбеләге ял көнө — дүшәмбе 22-һенә күсерелә.


Вернуться назад