Караптар төҙөлә30.09.2015
Благовещен суднолар эшләү һәм ремонтлау заводында “Аполлинария” тип аталған сираттағы нефть ҡойоу баржаһы сафҡа индерелә.
Был заманса судно иң ҡәтғи халыҡ-ара стандарттарға яуап бирә. Яңы караптың борттары ике ҡатлы, йөктө йылытыу өсөн пар ҡаҙанлығы, нефтте тейәү һәм бушатыу насостары, ҡеүәтле дизель генераторы бар. Бындай төрҙәге баржалар Волга-Дон каналы һәм Волга-Балтик юлы ҡуйған талаптарға тап килә.