“Китап”ты алыҫ илдә лә беләләр30.09.2015
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте “Китап — хеҙмәттәшлек һәм үҫеш юлы” Х халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнашып, өс дипломға лайыҡ булды.
Сара Төркмәнстандың Ашхабад ҡалаһында үтте. “Китап” нәшриәте “Балалар китабы” тигән номинацияла “Сказки со всего света” китабы һәм “Нәфис баҫма” номинацияһында “Гөлли Мөбәрәкова. Тормошо һәм ижады” фотоальбомы өсөн бүләкләнде. Ә өсөнсө награда бындай сарала әүҙем һәм даими ҡатнашҡан өсөн тапшырылды.
Халыҡ-ара күргәҙмә үҙебеҙ менән лайыҡлы таныштырыу, бүтән илдәрҙәге китап нәшерләүселәр менән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеген бирҙе. Сағыу биҙәлгән фотоальбомдар, балалар өсөн китаптар күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. 2016 йылға мосолман календарын шунда уҡ алып бөттөләр, тип хәбәр иттеләр нәшриәттең матбуғат хеҙмәтенән.
Күргәҙмәгә алып барылған китаптарҙың барыһы ла Төркмәнстан китапханаларына бүләк ителде.