Балалар ҡурсаулы булһын!26.11.2011
Өфөлә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова етәкселегендә Республика педиатрия советының сираттағы ултырышы үтте. Унда балаларҙың һаулығына бәйле төрлө мәсьәләләр ҡаралды.
Йыл һайын төбәктә 4 меңдән ашыу бала төрлө ауыр сир менән реанимация бүлегенә эләгә, шул иҫәптән 250-нән ашыу бала – ағыуланыу һөҙөмтәһендә. Ололарҙың иғтибарһыҙлығы арҡаһында сабыйҙар медикаментоз юл менән (дарыуҙы күп ҡулланыу), көнкүреш химияһы, аҙыҡ-түлек, хатта алкоголь менән ағыулана. Өлкәнерәктәр араһында дарыу ашап, үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыусылар ҙа бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта бындай хәлдәр фажиғә менән тамамлана.