Гөлназ Шафиҡова — мәғариф министры30.09.2015
Гөлназ Шафиҡова — мәғариф министры Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 29 сентябрҙә Гөлназ Шафиҡованы Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафи­ҡо­ва 1975 йылда Сибай ҡала­һында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын, ошо уҡыу йорто аспирантураһын тамамлаған. Психология фәндәре докторы.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1990 йылда Сибай ҡалаһындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай. Артабан Өфөлә педагог-психолог, 144-се башҡорт гимназияһының директор урынбаҫары булып эшләй, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта. 2014-2015 йылдарҙа — ошо университеттың ғилми эш буйынса проректоры.
***
Башҡортостан Республикаһы Баш­лығы Рөстәм Хәмитовтың бойороғо менән Әлфис Ғаязов, билдәләнгән тәртиптә республика Фәндәр ака­демияһы президенты һайланғанға тиклем, Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
***
Республика етәксеһенең икенсе бойороғо менән Рәмил Бәхтизин үҙ теләге буйынса республика Фәндәр академияһы президенты вазифаһынан бушатылды.


Вернуться назад