Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙе энергетика хеҙмәтенән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре алдына энергетика селтәрен тағы ла киңәйтеү, ошо өлкәләге хеҙмәттәрҙе тотороҡло һәм хәүефһеҙ итеү бурысы билдәләнгән. Нефтекама район-ара электр селтәрҙәре предприятиеһы уларҙы уңышлы тормошҡа ашырыуға лайыҡлы өлөш индерә. Ул бынан ярты быуат самаһы элек төньяҡ райондарҙы хеҙмәтләндереүсе электр селтәрҙәре предприятиеһы булараҡ төҙөлә. Тиҫтә йыл эсендә ул төрлө үҙгәрештәр кисерә. 2005 йылдан башлап Нефтекама районындағы электр селтәрҙәре предприятиеһы итеп үҙгәртелә. Шулай ҙа уның тәғәйенләнеше бер үк булып ҡала. Предприятие ҡулланыусыларға электр энергияһы тапшырыу өсөн яуаплы. Ул электр энергияһын һатып алыу һәм һатыу өлкәһендә төбәк селтәр ойошмаһы булараҡ сығыш яһай. Энергия менән тәьмин итеүсе ойошма (ул һатып алған йә иһә үҙе етештергән энергияны бирә) һәм физик, юридик берәмектәр араһында аралашсы булып тора. Ҡулланыусыларға иң яҡын торғанға, уларҙың хеҙмәтенә талаптар айырыуса юғары.
Предприятиеның төп заказсылары — Нефтекама хакимиәте, коммуналь комплекс һәм сәнәғәт предприятиелары. Предприятиеның производство базаһы 22 мең квадрат метрҙан күберәк майҙанды биләй. Уның ҡарамағында барлығы 87,9 километр оҙонлоҡтағы һауа һәм кабель электр тапшырыу линиялары, ғөмүмән, ҡеүәте 115790 кВФ булған 2013 трансформаторҙар ярҙамсы станцияһы иҫәпләнә. Бынан тыш, килешеүҙәр буйынса ун биш километрҙан ашыу электр тапшырыу линияларын һәм 76 трансформатор ярҙамсы станцияһын хеҙмәтләндерәләр. Әлеге һандарҙан сығып, коллективтың эш даирәһен күҙ алдына килтереп була. Эштәрҙең тулы циклын юғары дәрәжәлә теүәллек менән тәьмин итеү өсөн һауа линияһы участкалары, электр лабораторияһы һәм кабель хужалығы, трансформатор ярҙамсы станциялары һәм оператив диспетчерлыҡ хеҙмәте, электр энергияһын һатыу, механизация һәм автотранспорт һ.б. хеҙмәттәр ойошторолған. Уларҙың һәр ҡайһыһы сәғәт теүәллегендә эшләй, сөнки производствоның үҙенсәлектәре шуны талап итә.
Коллективта ике йөҙҙән ашыу кеше эшләй. Һәр ҡайһыһы — белемле һәм тәжрибәле белгес, үҙ эшенең оҫтаһы. Энергетиктар араһында билдәле хеҙмәт династиялары бар. Рябковтар, Палаошевтар, Закировтар һәм Сәләховтарҙың бер нисә быуыны намыҫлы хеҙмәт һала. Предприятиеға байтаҡ йылдар етәкселек иткән атҡаҙанған энергетик Вениамин Коржовты ҙур ихтирам менән телгә ала хеҙмәттәштәре.
Энергетиктарға ял да, байрамдар ҙа юҡ. Селтәрҙе эксплуатациялау — өҙлөкһөҙ мәшғүллек. Ҡышҡы осорға әҙерлекте лә йыл дауамында алып баралар. Селтәрҙәренең торошо, трансформатор ярҙамсы станцияларының көйлө эшләүе алда торған йылытыу миҙгеленә ышаныслы аяҡ баҫырға мөмкинлек бирә.
Һуңғы осорҙа предприятиела производствоны яңыртыуға етди иғтибар бирелә. Был йүнәлештәге эштәр предприятиеның үҙ финанс сығымдары иҫәбенә башҡарыла. Әйтәйек, электр үткәргестәрҙе, заманса изоляциялы терегөмөшлө лампалы яҡтыртҡыстарҙы һуңғы технология буйынса эшләнгәндәренә алыштыралар. Энергетик тикшереүҙәр үткәргәндән һуң энергияны һаҡлауға йүнәлтелгән һәм яҡын киләсәктә ғәмәлгә ашыраһы мөһим саралар ҙа билдәләнгән.
Нефтекама район-ара электр селтәрҙәре предприятиеһы энергетика тармағында тотороҡло эшләй, заманса технологиялар индереү һәм башҡа яңылыҡтар буйынса алдынғы иҫәптә тора. Был күрһәткестәр — предприятие етәксеһе Шамил Хәйруллиндың етәкселек эшмәкәрлегенә аныҡ баһа. Сөнки һәр эштең һөҙөмтәһе уның нисек ойошторолоуына бәйле.
— Уңған, булдыҡлы етәксе менән эш уңышлы бара, — ти хеҙмәттәштәре Шамил Фәйзи улы хаҡында ихлас ғорурлыҡ менән.