“Ғалимды тыйнаҡлыҡ биҙәй”29.09.2015
“Ғалимды  тыйнаҡлыҡ биҙәй” Тормоштоң төп нигеҙе – фән. Әгәр ул үҫешмәй, бер урында торһа, йәшәйеш артҡа тәгәрәй башлай.


“Совет осоронда илебеҙҙең фәнни ҡеүәте ҙур булғанлыҡтан, донъяла алдынғы дәүләт инек” тигән һүҙҙәрҙе өлкән быуын вәкил­дәренән күп ишетергә тура килә. Йыһан карабында ғаләмде яулауҙы ғына алғанда ла, ысынлап та, дәүләтебеҙҙең ул замандағы көсө, ғалимдарҙың асыш яһарға ҙур ынтылышы һоҡланыу тыуҙыра. Был башланғыс артабан лайыҡлы дауам ителдеме? Бөгөн илебеҙ фәнни ҡеүәте менән ғорурлана аламы? Ғилем менән шөғөлләнгән кеше­ләргә тейешле иғтибар күрһәтеләме? Республикала күптән түгел уҙған Бөтөн Рәсәй фән фестивалендә күптәр ошо һорауҙарға яуап эҙләгәндер.
Гәзиттең үткән һанында белдереүебеҙсә, илебеҙҙә бындай сара 2006 йылдан алып ойошторола. Йыйында халыҡҡа фәнни ҡа­ҙа­ныш өлгөләре күрһәтелеп, йәмғиәт ға­лим­дарҙың эшмәкәрлеге менән таныша, бөгөнгө ғилми ҡеүәтте төҫмөрләй, киләсәкте күҙ­ал­лай. Юғиһә быға ҡәҙәр ике арала нин­дәйҙер кәртә торған кеүек ине. Һөҙөмтәлә ябай халыҡ фәнни үҫештән бөтөнләй ситтә торҙо, ғалимдарға “аҫтан өҫкә” ҡараған һымаҡ баҡты. Әлеге фестивалдең иһә араларҙы яҡынайтыуҙағы өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Сараны асыу тантанаһында сығыш яһап, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ошо ҡаҙанышты айырып билдәләне.
“Ғалимды  тыйнаҡлыҡ биҙәй”– Фән бөгөн тормошсан күҙлектән сығып баһаланырға тейеш, – тине төбәк етәксеһе. – XX быуатта уҡ ул ғәҙәти эш булып һаналған, килем килтергән. Совет осоронда Рәсәйҙә ғилми эшмәкәрҙәрҙең һаны бер миллион самаһы булған. Һуңғы 25 йылда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күр­һәткес күпкә кәмене. Ә башҡа дәүләт–тәрҙә, киреһенсә, арта бара. Мәҫәлән, Ҡытайҙа ғалимдар ун йыл эсендә өс тапҡырға күбәйеп, бер миллион ярымға етте.
Ә беҙҙәге “артҡа тәгәрәү”ҙең сәбәбе ниҙә һуң? Был һәр кемгә мәғлүм: ғалимдарға хеҙмәт хаҡының түбәнлеге, төрлө ҡорамал алыуға аҡса етмәүе, юғары уҡыу йорттарында матди хәлдең киҫкенлеге. Бындай шарттар, әлбиттә, фән менән шөғөлләнгән кешенең абруйында сағылыш тапмай ҡал­май. Ә бер нисә тиҫтә йыл элек бөтөнләй икенсе күренеш ине. Һөҙөмтәлә ғалим матди йәһәттән ныҡлы тәьмин ителгән, йәмғиәттә ҙур хөрмәт ҡаҙанған кеше булды. Бөгөнгө кире шарттар иһә йәштәрҙе фәндән сит­ләштерә йә иһә сит илдәргә хеҙмәт күрһәтергә мәжбүр итә.
– Шулай ҙа бөгөн ыңғай күренештәр бар, – тине республика Башлығы. – Аҙлап булһа ла эш хаҡы арта, лабораториялар, коллектив менән шөғөлләнерлек үҙәктәр булдырыла. Уларҙа етди ғилми тикшеренеүҙәр үткәрергә мөмкин. Тимәк, йәштәргә ситкә китергә кәрәкмәй.
Рөстәм Зәки улы әлеге сараның тамаша залында ҡеүәтле сәнғәт компанияларының вәкилдәре аҙ булыуын билдәләне.
– Был күренеш ҙур бизнестың, пред­приятиеларҙың фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы юҡлығын һөйләй, – тине ул. – Уларҙа фәнни бүлектәр эшләмәй, ғилми-тикшеренеү лабораториялары юҡҡа сыҡты. Ә бит тап ошо предприятиеларҙа – аҡса, ресурстар, көс, заманса технологиялар. Уларҙың фән менән бәйләнешен нисек нығытырға һуң? Айы­рым­ланыуҙа кем ғәйепле? Дәүләтме? Ул бит һәр саҡ фән менән предприятиелар араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү зарурлығын бил­дәләй. Шулай ҙа, күрәһегеҙ, берҙәм эшмә­кәрлек юҡ. Бынан сығыу юлы бер – тех­нополис булдырырға кәрәк. Унда йә­шәргә, уҡырға, фән менән шөғөлләнергә, сәнәғәт предприятиелары менән эшләргә, заказдарын үтәргә мөмкин буласаҡ. Тиҙҙән Өфөлә ошондай майҙансыҡ төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул ителәсәк. Башланғысты лайыҡлы тормошҡа ашырыуҙа ижади фекерләгән йәштәргә ҙур өмөт бағлайбыҙ.
Рөстәм Хәмитов сығышында фәндең тырыштарҙы, ныҡышмалдарҙы үҙ итеүен билдәләне. Теләр-теләмәҫ, ниндәйҙер матди отош уйлап ҡына тотонған эштең киләсәге юҡ. Фән һәр заманда ла үҙенә мөкиббән бирелгәндәрҙе яратҡан. Мәҫәлән, академик Иван Павловтың шундай һүҙҙәре бар: “Ғалимдарҙың иң тәүге уртаҡ сифаты – билдәле мәсьәләгә ҡарата уй-фекерҙе даими туплау”. Фән кешеһенең ял көнө юҡ, ул аҙнаһына ете көн, тәүлектәр буйы эшләй. Ғөмүмән, бөтөн тормошон ғилемгә ба­ғыш­лай. Шул ваҡытта ғына ысын һөҙөмтә була. Һуңғы йылдарҙа иһә, бәлки, Интернетҡа бәйлелектәндер, ҡайһы бер йәштәрҙә фәнгә еңел ҡараш тыуған кеүек. Әйтәйек, дәүләт гранты алыу өсөн генә тырышып, аҙаҡ был эшкә ҡул һелтәгән кешеләр булғанлығы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Фәнгә ошондай ҡараш, әлбиттә, тотош тармаҡтың абруйына йоғонто яһай.
“Ниңә һеҙ, бихисап ғалим тәрбиә­ләгән, бихисап хеҙмәт нәшер иткән шәхес, докторлыҡ диссертацияһы яҡламанығыҙ, ә фән кандидаты ғына булып ҡалдығыҙ?” – тигән һорау бирелгәйне бер әңгәмәлә данлыҡлы мәғариф хеҙмәткәренә. Уның яуабы шу­лай яңғыраны: “Ул турала уйлау йәки хыялланыу ғына етмәй. Фән докторы исемен йөрөтөү – ифрат яуаплы бурыс. Был дә­рәжәгә етеү өсөн буласаҡ ғалимдың баш­ҡалар таянып эш итерлек хеҙмәттәре, фәнде үҫтерерлек, исемен танытырлыҡ асышы, дөйөм алғанда, “ғилми мәктәбе” булырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар һирәк. Яңы быуат башында ғилми диссер­та­цияларҙы бик еңел юл менән яҡлауға, хатта һатып алыуға юл ҡуйылды. Бындай күренеш фәндең бәҫе төшөүенә, ғилми дәрәжә йөрөткән кешеләргә ҡарата ихтирамдың кәмеүенә килтерҙе. Холҡом буйынса мин үҙемә лә, уҡыусыларыма ла сиктән тыш талапсан булдым. Аспиранттарыма ярҙамым уларҙы ысын мәғәнәһендә кеше итеүгә, диссертация яҡлағас, студенттары алдында ҡурҡмай, тартынмай, ышаныслы итеп лекция уҡырлыҡ, үҙен фән кешеһе итеп тойорлоҡ, йәштәргә тейешле белем бирерлек итеп тәрбиәләүгә ынтылыштан торҙо”. Һис шикһеҙ, Совет осоронда үҫкән ошондай остаздарҙың уҡытыу алымдары ғилем үҫешендә төп нигеҙ булып ҡалырға тейеш.
Академик Иван Павловтың “Хаталы икәнен күрәһегеҙ икән, был идеянан баш тарта белергә тейешһегеҙ” тигән һүҙҙәре лә бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ғалимдар араһында (айырыуса бәғзе тел белгестәре) шәхси фекерен көсләп тағырға тырышып, үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырғандар осрай. Һөҙөмтәлә был тотош ғилемгә кире тәьҫир итә, борон-борондан өйрәнелгән хазинаның тамыры тарҡала башлай. Ә эшенә мөкиббән бирелгән, тарихты ихтирам иткән, киләсәкте уйлаған ғалим бер ҡасан да бындай юлға бармай.
– Фән кешеһе хеҙмәтен ысын күңелдән яратырға тейеш, – тине фестивалде асыу тантанаһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Шул уҡ ваҡытта ябай булыу мөһим. Юғиһә ҡайһы берәүҙәр аҙ ғына уңыш ҡаҙанһа ла, яҡын килеп булмаҫ тәкәббер кешегә әйләнә. Һәр ваҡыт эҙләнеү юлындағы ғалим халыҡҡа яҡын торорға тейеш. Уны ябайлыҡ, тыйнаҡлыҡ биҙәй.
Тимәк, фәнде үҫтереүҙең юлы киң – матди-техник хәлде заманға ярашлы яҡ­шыртыуҙан алып ғалимдарҙың эшмә­кәр­леген көйләү, абруйын арттырыуға тиклем. Был йәһәттән тығыҙ хеҙмәттәшлек мө­хи­тендә, бер маҡсатта эшләү мөһим.





Вернуться назад