Йәш ғаиләләргә ярҙам29.09.2015
Республикалағы йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә социаль түләү хоҡуғы биргән таныҡлыҡтар тапшырыла.

Күптән түгел ошондай тантана Белорет районы хакимиәтендә үтте. 2011 — 2015 йылдарға иҫәпләнгән “Торлаҡ” айырым маҡсатлы федераль программаһының “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” ярҙамсы программаһында ҡатнашҡан һигеҙ ғаилә 7 миллион һумдан ашыу аҡса алды. Район хакимиәте башлығы Владислав Миронов уларға тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә һуңғы биш йылда Белорет районында 65 йәш ғаиләгә торлаҡ сертификаты тапшырылған. Әле бында тағы ла 450 ғаилә дәүләт ярҙамы менән йәшәү шарттарын яҡшыртыу теләген белдергән.



Вернуться назад