Ҡасан һынау тотабыҙ?29.09.2015
Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт 2016 йылға Берҙәм дәүләт имтиханы, төп дәүләт имтиханы һәм дәүләт сығарылыш имтиханы буйынса теҙмәләр проектын баҫтырып сығарҙы.

Имтихандар әүәлгесә ике этапта уҙғарыла. Уны ваҡытынан алда һәм тәғәйен төп көндә тапшырырға мөмкин. Берҙәм дәүләт имти­ханының тәүге этабы 21 мартта башлана, ә 27 майҙа үтәсәк төп этапта географиянан һәм әҙәбиәттән һынау тотоу күҙаллана.
Йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса имтихан тапшырыу өсөн айырым көн билдәләнә. “Рос­обрнадзор” хеҙмәткәрҙәренең фекеренсә, был Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатна­шыу­сыларҙың күпселегенә имтиханды төп осорҙа тамамлау мөмкинлеген бирәсәк. Бынан тыш, мәктәптәге бөтөн фәндәр буйынса имтихан өсөн өҫтәмә резерв көн билдәләнә. Март һәм июнь айҙарында һынауҙы тота алмаған уҡыусылар урыҫ теле менән математиканан имтиханды киләһе йыл сентябрҙә ҡайтанан тапшырыу мөмкинлегенә эйә.




Вернуться назад