Ялыу бирергә теләһәң...29.09.2015
24 сентябрҙән республика халҡы 8 (347) 218-10-65 “ҡыҙыу элемтә” телефоны аша йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса ялыу бирә ала.

Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты сайтында ошо турала хәбәр ителә. Ведомство хеҙмәткәрҙәре көн һайын, шулай уҡ ял һәм байрам көндәрендә, иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 10-ға тиклем йорттарҙы коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итә. Тәү сиратта был йылылыҡҡа һәм һыу тәьминәтенә ҡағыла. Шылтыратыусыға исем-шәрифен, йәшәү адресын, бәйләнеш телефонын әйтергә һәм проблема хаҡында хәбәр итергә кәрәк.



Вернуться назад